Инйәр
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
27 Июля 2022, 11:05

Ябай уҡытыусы, әммә...

Көнкүрешебеҙҙә шундай осраҡтарға  йыш тап булабыҙ.

Ябай уҡытыусы, әммә...Ябай уҡытыусы, әммә...
Ябай уҡытыусы, әммә...

Көнкүрешебеҙҙә шундай осраҡтарға  йыш тап булабыҙ — берәүҙәр артыҡ көсөргәнешһеҙ генә нимәлер килтереп сығара һәм уны шунда уҡ бар ерҙә ауыҙ һыуы ҡороғансы маҡтайҙар, ҙурлайҙар, ә күҙгә салынмаған, иғтибарға алынмаған ябай көндәлек эштәрҙе башҡарып, тыуған халҡының яҙмышына битараф булмаған, илем, телем тип янған ысын башҡорт ул-ҡыҙҙарының исемдәре онотолоп бара, бәғзе бөтөнләй һанға алынмай. Ундайҙар бал ҡорттары кеүек тамсылап-тамсылап бал йыйғандай, изге эштәрҙе ысынбарлыҡҡа ашыра. Кем арҡаһында, уңышҡа өлгәшкәнбеҙ һәм кемгә рәхмәтлебеҙ? Абайыраҡ булайыҡсы...

Яҙаһы һүҙем Максим Горький мәктәбендә оҙаҡ йылдар пионервожатый, артабан рус мәктәбендә башҡорт телен уҡытыуҙы бойомға ашырыуға ҙур өлөш индергән оло йөрәкле, киң күңелле, ябай, бай тәжрибәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Фәүриә Морат ҡыҙы Басырова (Аҙнабаева) хаҡында.

Фәүриә Моратша ҡыҙы 1943 йылдың 20 мартында Аҫҡын ауылында тыуа.  Атаһын бөтөнләй хәтерләмәй. Инәһенең һөйләүе буйынса ул егәрле, сәмсел булған. Колхозлашыу ваҡытында ҙур әүҙемлек күрһәткән. Инәһе Фатима Манаф ҡыҙы Аҫҡындыҡы. Бәләкәйҙән белемгә ынтылған Фатиманы колхоз етәкселеге артабан уҡырға өгөтләй, сөнки уҡый-яҙа белгәндәр бик һирәк, ә  колхоз белгестәргә ҡытлыҡ кисерә. Теләк көслө лә бит, инәһен яңғыҙын ҡалдырғыһы килмәй, ҡустыларын ҡарашып тороп ҡала. Артабан бар  ғүмерен колхоз мәшәҡәтендә үткәрә.

Һуғыш алдынан Моратша Әхмәтша улына кейәүгә сығып, Аҫҡында оя ҡоралар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ғаилә башлығы яуға оҙатыла һәм  әйләнеп ҡайтмай. Фатима әбей  башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бер рәттән Еңеү хаҡына тылда бил бөгә. Яңғыҙ ҡатын ауырлыҡтарға бирешмәй. Һуғыш ваҡытында ла, унан һуң да балаларын ас-яланғас итмәй, белем биреп, етеш тәрбиәләп үҫтерә. “Үҙем уҡый алманым, улым менән ҡыҙым кеше булһын”, — тип тырыша.

Еңеүҙән һуң урындағы халыҡ урман хужалығында тир түгә. Бында тормош гөрләй, балалар һаны ла ишәйә. 1951 йылда Фәүриә Аҙнабаева ауылдың дүрт йыллыҡ мәктәбенә уҡырға төшә. 5-се һәм 6-сы кластарҙа  Ҡыҙыл Ырғыҙлыла белем ала. 6-сынан һуң, бер төркөм тиҫтерҙәре менән Абҙан урта мәктәбенә бара. Төрлө ауылдарҙан йыйылған балалар интернатта ятып уҡый. Яҙлы-көҙлө, ҡайһы саҡта ҡыштарын да көн матурҙа көн һайын йәйәү ҡайтып  йөрөйҙәр. Абҙандан Архангелгә, аҙаҡ Муллаҡайға, шунан Ырғыҙлыға сығып, һыу аша Сикйылғаға килеп етеп, тағы бер тапҡыр йылға аша үтеп, Аҫҡынға саҡ ҡайтып етәләр. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, 1963 йылда 10-сыны бөткәс,  документтарын  Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына тапшыра, тик конкурстан үтмәй. Шулай булһа ла уҡытыусы булырға теләгән хыялына хыянат итмәй. “Ҡасан да булһа, барыбер уҡытыусы һөнәренә эйә буласаҡмын!” — ти ныҡыш ҡыҙ. Күп тә үтмәй уны Аҫҡын башланғыс мәктәбенә уҡытыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Уның педагогик хеҙмәт стажы нәҡ ошо Аҫҡын мәктәбендә башлана ла инде. Фәниә Мансур ҡыҙы Абдуллина менән ул дүрт йыл балаларға белем бирә. Бөгөн яңы тергеҙелә башлаған Аҫҡын ауылында 1960-сы йылдарҙа йорттар, халыҡ һаны ла байтаҡ һанала. Белем усағына 30-ҙан артыҡ бала йөрөй. Бар йөрәге менән балаларҙы яратҡан, улар менән аралаша белгән йәш уҡытыусы ең һыҙғанып эшләй.

1964 йылда Ғафури районы Һабай ауылы егете Ғәбделхай Басыровҡа кейәүгә сыға. Йәш ғаилә Аҫҡында йәшәүҙәрен дауам итә. 1965 йылда Фәүриә Басырова ситтән тороп Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә һәм уны 1969 йылда тамамлай. Басыровтар 1967 йылда Максим Горькийҙа өй күтәреп, шунда күсеп килә. Бер йылдан һуң Фәүриә апайҙы Арх-Латыш урта мәктәбенең интернатына тәрбиәсе итеп эшкә саҡыралар. Бер ыңғайҙан  Ырғыҙлы  мәктәбенә лә йөрөй. 1970 йылда өлкән пионервожатый итеп ҡуйыла һәм ошо вазифаны  14 йыл дауамында намыҫлы һәм яҡшы күрһәткестәр менән алып бара. “Ул ваҡыттарҙа пионерға йәше еткән һәр баланы алдыҡ. Үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткәндәргә комсомол сафына баҫыр өсөн күрһәтмә яҙа инек. Ырғыҙлыла пионервожатый булып эшләүем ошо өлкәлә ҙур тәжрибә биргәнгә, Арх-Латыш мәктәбендә өлкән пионервожатыйлыҡты башҡарыу ҡурҡытманы, киреһенсә балалар, үҫмерҙәр араһында ҡайнау, уларҙың тулҡынында тирбәлеү, яңылыҡтарҙы бергәләп өйрәнеү, төрлө сараларҙа, ярыштарҙа ҡатнашыу миңә дәрт, сәм генә өҫтәне. Пионер һәм комсомол ойошмалары йәштәрҙе үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа һәм намыҫлы булырға өйрәтте. Шуға күрә кем пионер, комсомол булған — улар ғүмер дауамында ҡаршылыҡтарға бирешмәй, сөнки тормошға ныҡлы нигеҙ һалынған”, — тип хәтерләй торғайны Ф.Басырова.

Яуаплы, ғәҙел, әүҙем һәм ижади ҡарашлы уҡытыусыны коллектив та, ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа хөрмәт итте, ауыл халҡы ла ҙурланы. Бөгөн дә  уҡыусылары остаздарының исемен һағынып, ихтирам менән иҫкә алалар.

Ф.Басырова 1991 йылда рус мәктәптәрендә  башҡорт телен уҡыта башлағас, тәүгеләрҙән булып башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирә башлай.  Бында ла ул пионер булды. Башҡорт телен һәм әҙәбәиәтен рус мәктәптәрендә уҡытыу буйынса бер ниндәй ҡулланмалар, программалар һәм башҡалар бөтөнләй булмаған, ҡайһы берҙәрҙең  был дәрескә ҡаршы сыҡҡан, ҡара яҡҡан, күңелһеҙлектәр тыуҙырған сағында ул башҡорт теле дәрестәрен лайыҡлы алып барҙы. Эйе, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ул дәүерҙәрҙә лә, бөгөн дә башҡорт телен кәрәкмәгән дәрес тип ҡараусылар булды һәм бар. Ләкин башҡорт рухлы, халҡының, туған теленең яҙмышына битараф булмаған Фәүриә апай рус мөхитендә башын юғары тотоп, ҡасандыр башҡортса бер һүҙ ҙә яңғырамаған мәктәптә руслашып бөткән башҡорт балаларын ауыҙ тултырып, яңғыратып башҡортса һөйләшергә, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, тарихын өйрәтте, арҙаҡлы шәхестәре менән таныштырҙы. Бына ул исмаһам ысын илһөйәрлек! Максим Горький мәктәбе тарихы Фәүриә Морат ҡыҙының яҙмышы менән тығыҙ бәйле. Шуға күрә белем усағы, ауыл тарихын һөйләгәндә ябай уҡытыусының исемен телгә алырға  бер ҙә оноторға ярамай.

Тынғыһыҙ мөғәллимә 1998 йылда хаҡлы ялға сыға. Иҫемдә, уның бер ҙә эшен ҡалдырғыһы килмәй ине. Теләр-теләмәҫ кенә китте ул. Аҙаҡ бик йыш мәктәпкә килеп йөрөнө... Үҙе нигеҙ һалған башҡорт теле кабинетын, ҡулланмаларҙы, балаларҙың ижади һәм тикшеренеү эштәрен, ә иң мөһиме уҡыусыларын, дәрестәрен ныҡ юҡһынды ул.

Тауҙан йүгереп төшөп эшенә барған, йүгереп менеп ҡайтып ингән, һәр саҡ хәрәкәттә булған ханым ялында ла тик торорға яртманы. Баҡсаһына барып инһәң, сәскәләрҙең, емеш-еләктәрҙең төрлөлөгө, йортондағы, ихатаһындағы  таҙалыҡ,  тәртип һоҡландыра ине. Ғәбделхай ағай нисә барһаң бал ҡорттары менән мәж килде. Шулай матур йәшәнеләр улар.

Лариса, Илдар һәм Динара исемле балаларҙы матур итеп тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Ҡыҙғанысҡа ҡарша, бөгөн Фәүриә апай ҙа, Ғәбделхай ағай ҙа, уларҙың ҡыҙҙары Лариса менән Динара ла күптән гүр эйәләре. Илдар улдары килендәре Светлана меннә Азат һәм Влад исемле улдарын аяҡҡа баҫтырып, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшеүҙә ярҙам итә. Ларисаның ҡыҙы — Диана, Динараның ҡыҙы Сабина ла үҙҙәре күптән әсә кешеләр. Өләсәй-олаталарының, инәйҙәренең рухтарын шатландырып матур итеп донъя көтәләр.

Башта әйтелгәнгә кире ҡайтып, үҙебеҙҙең ябай кешеләребеҙҙең оло, изге эштәрен хәтерҙән сығармайыҡ, ҙурлайыҡ, балаларға һөйләйек.

 Фәүриә апайҙың изге рухы тыуған мәктәбен  һәр саҡ йылытып торған кеүек. Йәндәре йәннәттә булһын.

Батыргәрәй Мәзитов,

“Сулпан” мәсетенең имам-хатибы.

Максим Горький ауылы.

С.Басырова тарафынан ебәрелгән фото.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас