Инйәр
+17 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
27 Июля 2022, 11:14

Лиана — матурлыҡ таратыусы

Архангел ауылында йәшәүсе Лиана Венер ҡыҙы Минниханова уҡыуҙан буш ваҡытта яратҡан шөғөлдәренең (хобби) береһе — тырнаҡ дизайны менән шөғөлләнә.

Лиана — матурлыҡ таратыусыЛиана — матурлыҡ таратыусы
Лиана — матурлыҡ таратыусы

Архангел ауылында йәшәүсе Лиана Венер ҡыҙы Минниханова уҡыуҙан буш ваҡытта яратҡан шөғөлдәренең (хобби) береһе — тырнаҡ дизайны менән шөғөлләнә. Сая, үткер һәм киң күңелле ҡыҙ 2003 йылдың 16 октябрендә Венер һәм Рәйфә Миннихановтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Башланғыс һәм урта белемде 1-се Архангел мәктәбендә ала. 6-сы класҡа тиклем бейеү түңәрәгенә йөрөй. Кесе йәштән үк һүрәт төшөрөргә, төрлө сағыу муйынсаҡтар, беләҙектәр эшләргә, башҡа оҫталыҡ серҙәренә төшөнөргә ярата. Ололарға йорт мәшәҡәттәрендә лә бик иртә ярҙам итә башлай. Ғөмүмән, кинйәкәй булыуына ҡарамаҫтан, Лиана эш мәғәнәһен белеп үҫә. Көнө буйы эштә тир түккән ата-әсәһенең ҡайтыуына өй эсен йыуып, йыйыштырып, хатта ашарға бешереп көтөп ала. Мәктәптә лә тик яҡшы билдәләргә өлгәшә.

11-се кластан һуң, Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетының бизнес-информатика йүнәлешенә уҡырға инә. Быйыл ул I курсты тамамланы.

— Талапсан, ныҡыш булыуым, кешеләр менән аралашырға  яратыуым тормошта миңә ныҡ ярҙам итә. Ошо сифаттарым арҡаһында уҡыу миңә еңел бирелә. Беренсе йылда уҡ буласаҡ һөнәремдең айышына һәм киләсәктәге әһәмиәтенә  төшөндөм.

Заман студенты үҙаллы йәш кеше булырға тейештер, тип уйлайым. Бөгөн ата-әсәнән матди ярҙам һораған йәштәр бик аҙҙыр, сөнки мин белгән байтаҡ таныштарым, дуҫтарым буш ваҡыттарында үҙҙәренә “кеҫә” аҡсаһы, ә ҡайһылары хатта яҡшы күләмдә аҡса таба. Был өлкәлә теләгәндәргә, йүнселдәргә мөмкинлектәр киң. Мин дә улар рәтендә. Маҡтанмайым. Бала саҡтан ата-әсәм шулай тәрбиәләгәнгәме, эштән ҡурмаҫҡа, аҡсаны әрәм-шәрәм итмәҫкә, ә кәрәкле нимәгә  йүнәлтергә, күңел асыу, ял итеү өсөн аҡсаны алдан хәстәрләргә күнеккәнмен.

Мәктәптә өлкән кластарҙа уҡыған сағымда уҡ тырнаҡ биҙәү менән ҡыҙыҡһына башланым. Башта интернет селтәренән оҫталыҡ-дәрестәрен ҡараным, уның нескәлектәренә төшөндөм. Аҙаҡ ағайым миңә  тырнаҡ дизайны менән шөғөлләнеү өсөн кәрәк-яраҡтар бүләк итте. Һәм башланып китте!...Мәктәптән тиҙерәк ҡайтып, дәрестәрҙе әҙерләп, өй йыйыштыра һалам да ултырам тырнаҡтарыма. Яһалма тырнаҡ пластиналарын буярға, игәргә, төрлө формалар яһарға, биҙәктәр төшөрөргә өйрәнәм. Беренсе тырнаҡтарҙы әхирәттәремә, инәйемә эшләп ҡараным. Улар  тәүге эштәремде ихлас ҡабул иттеләр. Тырнаҡ дизайны менән бер рәттән яһалма тырнаҡтар ҙа “үҫтерәм”, шеллак (тәбиғи ыҫмала нигеҙендә эшләнгән лак) ярҙамында тырнаҡ буяйым. Бындай буяу бер ай самаһы ваҡытҡа, яһалма тырнаҡтарҙы иһә 3-4 аҙнаға үткәс, коррекцияларға мөмкин.

Тәүгеләре юғары кимәлдә булмаһа ла, мин көн һайын оҫтара барыуыма шатланып бөтә алманым, ә иң мөһиме был шөғөл минеке, мин уның менән йәшәйем һәм ул мине ҡанатландыра.

Шеллак менән ҡапланған тырнаҡтар нығыраҡ булып үҫә. Шуға күрә күбеһенсә шеллакка өҫтөнлөк бирәм. Тағы ла шуны әйтмәксемен, яһалма тырнаҡтарҙы үҙаллы ысҡындырырға маташмағыҙ, улай һеҙ үҙегеҙҙең тырнаҡтарығыҙҙы боҙаһығыҙ ғына. Яһалма тырнаҡтар, йә шеллак ялҡытты икән, мотлаҡ был өлкәләге белгескә мөрәжәғәт итегеҙ, ул махсус алымдар ярҙамында тырнаҡтарҙы ысҡындырасаҡ.

Әле төрлө йәштәге  ҡатын-ҡыҙҙың үҙенең ҡиәфәтенә иғтибары ныҡ артты. Һәр кем тирә-яҡтағыларға матур, зауыҡлы, бөхтә булып күренгеһе килә. Ошо маҡсаттан гүзәл заттар тырнаҡ үҫтерәлер тип уйлайым. Тағы шуны өҫтәп әйткем килә, матурлыҡ салондарына йөрөгән ханымдар, йәш ҡыҙҙар үҙҙәрен яратырға, ял итергә  өйрәнә, уларҙың нерв системалары ла нығына. Эштән ҡарайып ҡатҡан, ашалып бөткән тырнаҡтар менән  йөрөүселәр  хәҙер һирәк күренеш. Барлыҡ ҡатан-ҡыҙҙар ҙа шулай матур, ҡаралған, бөхтә, нәфис ҡуллы булырға тейеш.

Ошо ниәттәрем менән матурлыҡ салонында тырнаҡ дизайны буйынса түләүле махсус курстар үтеп, сертификат алдым. Үҙемдең шөғөлөм менән яҡындарымды ҡыуандырам. Улар ай һайын кире килеп тырнаҡтарын матурлата.

Киләсәктә юғары белемемде тамамлап, үҙемдең шәхси эшемде асырға теләйем, Архангелдә лә, Өфөлә лә. Матурлыҡ индустиряһы үҫешә, нығына. Шуға күрә яратҡан шөғөлөм миңә яҡшы килем дә килтерер тигән өмөттәмен. Тырнаҡ дизайны менән шәхси эштәрен алып барған таныштарым ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алынған килем менән сығымдарҙы ҡаплауҙары хаҡында әйтеп тора. Шуға күрә иртәгәһе көнгә  ышаныс менән ҡарайым, — тип яратҡан шөғөлө һәм матурлыҡ тураһынд һөйләп ишеттерҙе Лиана Минниханова.

Дилара Янбаева.

Фото — ғаилә архивынан.  

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас