Инйәр
0 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
27 Июля 2022, 11:18

Лайыҡлы ғүмер

Фәриҙә әбей туғыҙ йәшлек кенә сағынан хеҙмәт юлын башлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Лайыҡлы ғүмерЛайыҡлы ғүмер
Лайыҡлы ғүмер

Фәриҙә әбей туғыҙ йәшлек кенә сағынан хеҙмәт юлын башлай

Оҙон ғүмерле әбей-бабайҙар ауылдарыбыҙҙың ғорурлығы, йәш быуын өсөн батырлыҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс тормош өсөн көрәш алып барған, Бөйөк Ватан һуғышы ғазаптарын үҙ иңендә татыған ололарҙың сафы кәмей бара. Ләкин уларҙың башҡарған эштәре оло тарихи ваҡиғалар булып йөрәктәрҙә һаҡлана. Шуның өсөн дә беҙгә уларҙы онотмаҫҡа, хөрмәт итергә һәм ғорурланырға кәрәк.

Ошо көндәрҙә  Убалар ауылында йәшәүсе Фәриҙә Хәсән ҡыҙы Абдуллина (Әминева) үҙенең 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Фәриҙә Хәсән ҡыҙы 1932 йылдың 1 июлендә Ғафури районының Һабай ауылында күмәк балалы ғаиләлә (8 бала) тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән атаһы Хәсән Әхмәтғәли улы Әминев Силәбе ҡалаһының тракторҙар эшләү заводына эшкә алына. Ул был заводта 1941 — 1948 йылдарҙа танк ҡоя. Әсәһе Рабиға Фәсхетдин ҡыҙы Әминева “Ҡыҙыл таң” колхозында тир түгә. Бер туған ағаһы Хөсәйен (1921 йылғы) яу яланынан әйләнеп ҡайтмай. 1944 йылдың 13 апрелендә Ивано-Франковск өлкәһенең Братешев ауылында ерләнгән (1962 йылға тиклем Станислав өлкәһе). Был мәғлүмәт  һуңғы йылдарҙа ғына асыҡлана. Ул “ТБр”-64 часында кесе сержант дәрәжәһендә автоматсы булып һуғыш юлын үтә. Йылға аша сыҡҡан фашистарҙы юҡ иткәндә ҡаты яраланып батырҙарса һәләк була.

 9 йәшлек Фәриҙә лә, башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк, һуғыштың тәүге көнөнән башлап еңеүҙе яҡынайтыу өсөн хәленән килгәнсә үҙ өлөшөн индерә. Башта яланда бил бөккән әсәләрҙең бәпестәрен сәңгелдәктәрҙә бәүелтеп сабыйҙарҙы ҡарай, һуңынан бригадир уның үҙенә лә норма һала. Быуындары ҡатып етмәгән малай-ҡыҙҙар, ауылда төп көс булып ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар менән бер рәттән яландарҙа ураҡ урыуҙа, көлтә бәйләүҙә, сәсеүлектәрҙә, урманда, мал фермаларында планды тултырыу өсөн иртәнән кискә тиклем эшләй. Ул замандарҙа  балаларҙы “Һеҙ әле бәләкәйһегеҙ”, — тип бер кем дә ҡыҙғанмай. Инәйҙәре генә ҡошсоҡтарының заялы, аслы-туҡлы  бала сағын күреп әсенә. Әле лә ауыр һуғыш йылдарын тетрәнеп, тулҡынланып иҫкә ала ағинәй.

Эш араһында мәктәптә белем алыуын да дауам итә сая, бөтмөр ҡыҙ. Башта Һабайҙа, аҙаҡ Юлыҡта уҡып, 7 класс тамамлай. Артабан Еҙем Ҡаранға йөрөп уҡырға мөмкинлеге булмағас, мәктәпте ташлай һәм колхозға эшкә сыға. 18 йәшендә уны Аҫҡын ауылы егете Миңнулла Мәхәмәтулла улына димләйҙәр. Йәштәр 1950 йылда өйләнешә һәм 1960 йылға тиклем Аҫҡында йәшәй. Һуғыш осоро балаларының ғүмер юлы һикәлтәһеҙ, еңел генә үтмәй. Золом михнәте, яҡындарын юғалтыу, аттай егелеп эшләү — быларҙың барыһы яҡташтарыбыҙҙың баштарынан үткән һынау. Улар дәшһәтле йылдарҙың шаһиттары ғына түгел, илебеҙҙе яңынан аяҡҡа баҫтырыусылар ҙа. Ошо сыҙамлы быуын вәкилдәренә рәхмәтле бөгөн тыныс тормошта йәшәйбеҙ (Украиналағы хәрби бәрелештәрҙе иҫәпкә алмағанда).

Ғаилә башлығы Убалар ауылындағы леспромхозға эшкә саҡыртылғас, Абдуллиндар ошонда өй һатып алып, матур итеп йәшәй башлай. Бер-бер артлы 10 балаға ғүмер бүләк итәләр (ҡыҙғанысға ҡаршы, өсәүһе гүр эйәһе): Ғәйшә, Фатима, Әминә, Флүзә, Флүрә, Мәрзиә һәм Тимерйән.  Бөгөн уларҙың һәр береһе республикабыҙ ҡеүәтен үҫтереүҙә намыҫлы хеҙмәттәре менән танылды. Үҙҙәре ул-ҡыҙҙар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөүен татып, оло йәшкә етеп килә.

Фәриҙә Хәсән ҡыҙы менән Миңнулла Мәхәмәтулла улы 55 йыл иңде-иңгә терәп йәшәп өлгөрә. Ярты быуаттан күберәк ваҡыт эсендә улар ҡайғыһын да, шатлығын да бергә уртаҡлаша. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә  матур тәрбиә һәм белем биреп,  үҙ аллы тормош юлына сығара. Ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһәләр ҙә,  һуғыш йылдарындағы хеҙмәт һабағы уларҙы алға әйҙәй.

2005 йылда Миңнулла бабай (76 йәшендә) баҡыйлыҡҡа күскәс, ил инәһе Мәрзиә ҡыҙы тәрбиәһенә ҡала. Тыл һәм хеҙмәт ветераны һаман да йорт, ихата эштәрендә булыша. Бесән әҙерләү мәлен һағынып көтөп ала. Кәбән башында торған Фәриҙә әбейҙе күреп күптәр хайран ҡала. Быға тиклем бер ҡалдырмай ураҙаларын тота.  Көн дә изге доғаларын уҡып, һәммәһенә  хәйерле ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар, бәхеттәр генә теләп ултыра.

Бөгөн Фәриҙә әбей балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып, улар менән ғорурланып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. 90 йәшен тултырған яҡташыбыҙҙың ауылдаштары, туғандары алдында абруйы ҙур. Лайыҡлы ғүмер кисергән Фәриҙә Хәсән ҡыҙы ысын мәғәнәһендә йәштәргә өлгө булып тора.

Дилара Бәҙретдинова.

М.Ибәтуллина тарафынан ебәрелгән фото.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас