

Еләктең бешкән мәлен күптәр көтөп ала. Берәүҙәр унан ҡышҡылыҡҡа тәмле ҡайнатма, ҡаҡ эшләһә, икенселәр еләк һатып ғаилә ҡаҙнаһын тулыландыра.
Еләк тәмле лә бит, тик ул себен-серекәйҙән талана-талана, йыландан сағылыу, йыртҡыс хайуандар теш-тырнағына эләгеү ҡурҡынысы аҫтында йыйыла шул. Шуға күрә лә был кәсепкә ҡыйыуҙар һәм түҙемлеләр генә йөрөйҙөр, тип уйлайым.
Сикйылға ауылында йәшәүселәр был өлкәлә йылан аяғын киҫкән кешеләр, тип әйтһәм бер ҙә хата булмаҫ. Колхоз бөтөрөлгәндән бирле урындағы халыҡ үҙ йүнен үҙе күрә. Кемдер төҙөлөштә тир түгә, сит яҡтарға сығып киткәндәр ҙә бар, ә ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар еләк, бәшмәк йыйып һалымына ла, башҡа түләүҙәргә лә, кәрәк-яраҡтарға ла байтаҡ аҡса туплап, теүәлләп ҡуя.
Минең еләк йыйған саҡта төрлө хәлдәргә тарығаным бар. Иң иҫтә ҡалғаны ҡырмыҫҡа айыуы менән яҡындан осрашыу.
Ирем менән Приураловка ауылы яғында яңғыҙаяҡ йыйып йөрөйбөҙ. Урманға алыҫ түгел асыҡ ҡына ергә уңайлы ғына итеп ултырҙым да сүпләй башланым. Телефонымдан йыр тыңлай-тыңлай бөтә донъямды онотоп биҙрәмде тултырам ғына. Тимербулат ҡырҙараҡ сүгәләгән.
Йыр аша нимәнеңдер мығырлаған һымаҡ тауышын ишетәм, ирем һөйләнәлер, тип уйлайым. Бер заман күҙемдең ҡыры уртаса ғына кәүҙәле һарғылт йөнтәҫ нәмәне шәйләп ҡалды. “Ҡабан сусҡаһы!” — тип уйлап башымды күтәрһәм, аяғымдың осонда ғына ҡырмыҫҡа айыуы баҫып тора. Мороно еләк ашап ҡып-ҡыҙыл булып бөткән! Ғүмерҙә лә айыу күрмәгән кеше ҡаттым да ҡалдым. Бер ни эшләй алмайым. Ә тайыш табан миңә иғтибар ҙа итмәй мышнай-мышнай салош-солош атлап, еләктәрҙе иҙә-иҙә юлын дауам итте.
Хайуанҡай байтаҡ ер үткәнсе шулай хәрәкәтһеҙ торҙом. “Айыу, айыу бит! Ҡас тиҙерәк!” — иремдең ҡысҡырыуынан аңыма килдем. Ҡайҙа инде ул ҡасыу! Эх, телефоныма төшөрөргә аҡылым етмәгән, тип үҙемде әрләп ҡуйҙым.
Икенсе юлы Кәмә тауында еләк йыйғанда, янымдан болан балаһы үтеп китте. Хатта аяғыма тояғы тейҙе. Бигерәк матур ине! Һап-һары ғына, ҡойроғо ап-аҡ. Ни эшләптер яңғыҙы йөрөйсө. Инәһен атҡандар йәки йыртҡыстар тамаҡлағандар булһа кәрәк. Һоҡланып һәм йәлләп ҡарап ҡалдым уға.
Еләк йыйғанда барыбер һаҡлыҡ кәрәк.
Нәсимә Ғәзизова.
Сикйылға ауылы.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.