Инйәр
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
27 Июля 2022, 10:15

Арх-Латыш моряктары!

Рәсәйҙең хәрби-диңгеҙ флоты тарихы Петр I батшалыҡ иткән заманға барып тоташа. Бөгөн илебеҙ хәрби-диңгеҙ флоты державаһы кимәленә күтәрелде. Хәрби флот көслө дәүләттең оборона ҡеүәте һәм символы булып, Ватаныбыҙҙың милли мәнфәғәте һағында тора.

Арх-Латыш моряктары!Арх-Латыш моряктары!
Арх-Латыш моряктары!

Рәсәйҙең хәрби-диңгеҙ флоты тарихы Петр I батшалыҡ иткән заманға барып тоташа. Бөгөн илебеҙ хәрби-диңгеҙ флоты державаһы кимәленә күтәрелде. Хәрби флот көслө дәүләттең оборона ҡеүәте һәм символы булып, Ватаныбыҙҙың милли мәнфәғәте һағында тора.

Башҡортостанда һәм Өфөлә флотта хеҙмәт иткән 46 меңдән ашыу кеше йәшәй, уларҙың 36-һы адмирал. Республиканың Диңгеҙ йыйылышы диңгеҙселәрҙе берләштереп, әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Өфө ҡалаһы Хакимиәте әрме сафында хеҙмәт иткән һәм һалдаттар менән тығыҙ бәйләнештә.

Хәрби-диңгеҙ флоты көнөн билдәләүҙең (ВМФ)  аныҡ датаһы юҡ. Хәрби моряктар һәм офицерҙар уны йыл һайын июль айының һуңғы йәкшәмбеһендә байрам итә. Быйыл ул 31 июлдә үтәсәк. Хәрби моряктарҙың байрамы 83 йыл элек бөйөк совет флотцыһы Николай Кузнецовҡа рәхмәтле барлыҡҡа килә. 1939 йылда адмирал Совнаркомға Хәрби-диңгеҙ флоты көнөн булдырыу тураһында тәҡдим яһай.

Был иҫтәлекле датаны Рәсәй хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ көтөп ала. Ә улар беҙҙә бихисап.

Убалар ауылы егете Айтуған Жәлил улы Мөхәмәтйәнов Мурманск ҡалаһында “Бөйөк Петр” ауыр-атом ракета крейсерында хеҙмәт иткән.

 “Бөйөк Петр” донъялағы иң ҙур ҡеүәтле хәрби корабль. Ул Рәсәй хәрби-диңгеҙ флотының 1144 “Орлан” проекты нигеҙендә төҙөлгән  дүртенсе корабль һәм эшмәкәрлек иткән берҙән-бер атом крейсеры. Төнъяҡ флотының флагманы. Крейсерҙың ике төп йүнәлеше бар — дошмандың корабль һәм авиа төркөмөндәрен юҡ итеү һәм кораблдәрҙең көсөн ғәҙәттән тыш нығытыу. Бындай ҡеүәтле судно хатта АҠШ-та ла юҡ. Ошондай бай тарихлы һәм абруйлы урында хәрби хеҙмәтен үтә лә инде Айтуған.

Айтуған Сәриә Әхәт ҡыҙы менән Жәлил Хәйҙәр улы Мөхәмәтйәновтарҙың ғаиләһендә икенсе бала. Унан башҡа ағаһы Илһам һәм һеңлеһе Алтынай бар. 1-се кластан 9-ға тиклем ул Убалар мәктәбендә белем ала. Тәүге уҡытыусыһы Әминә Хәйҙәр ҡыҙы Юламанова уҡыусыһын сос,  теремек һәм бар нимәне тиҙ отоп алыусан тип хәтерләй. 9-сынан һуң үҫмер Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы  колледжына уҡырға инә. 2015 йылдың көҙөндә Ватан алдында изге бурысын үтәргә саҡырыла. Бәләкәйҙән һалдат булырға хыялланған егет, ниһайәт ағаһы кеүек армияға барасағына шатлана:

— 20 октябрь иртән иртүк ауыл советының “Нива” машинаһына тейәлеп Ҡырмыҫҡалыға юлландыҡ. Минең менән бер көндө Максим Горькийҙан Риваль Басировты ла армияға оҙаттылар. Элек бер-беребеҙҙе бик яҡшы белмәй инек. Армия беҙҙе дуҫлаштырҙы.

24 октябрь Өфөнән Мәскәүгә, аҙаҡ Мурманск ҡалаһына оҙаттылар. Артабан Североморск причалына йүнәлдек. Яҙмыш ҡушыуы буйынса,  Риваль менән “Бөйөк Петр”ға эләгергә һәм бер йыл дауамында “һалдат һурпаһын” бергә эсергә тура килде. Бер хәрби частя булдыҡ, тик мин идара итеү, ә ул разведка девизионында хеҙмәт итте. Беҙҙән башҡа крейсерҙа Башҡортостандан 11 егет бар ине.

Армия — һәр ир-егеттең тормошонда мөһим ваҡиға. Хеҙмәт итеү холоҡто сыныҡтыра, ихтыяр көсө тәрбиәләй, рухты нығыта, ысын дуҫтар һәм тоғро иптәштәр табырға ярҙам итә, киләсәктә тормошта кәрәк буласаҡ күп нимәгә өйрәтә. Әрме тормошо миңә оҡшаны. Хеҙмәт иткән ерҙәргә бер барып ҡайтырға уйым бар,  — тине Айтуған Мөхәмәтйәнов хеҙмәт юлына байҡау яһап.

Риваль Ришат улы Басиров тамырҙары менән Аҫҡын ауылыныҡы. Алыҫ 70-се йылдарҙа олатаһы Йәғәфәр мәктәп, район үҙәге яҡын, балаларға уңайлыраҡ булһын, тип Максим Горький ауылында төпләнә. Риваль  ошонда тыуа. Ата-әсәһе Розалия менән Ришат Басировтар ғаиләһендә дүрт бала, ул — кинйәләре.  2000 йылдарҙа Басировтар Октябрьск ҡалаһына күсеп китә. Р.Басиров 20-се ҡала мәктәбендә белем ала. 9-сы кластан һуң Өфө механик-техник колледжында уҡый. Бер аҙҙан ғаилә Өфө ҡалаһында фатир һатып алып, шунда  тормош көтә башлай, ауылда ла үҙ йорттарын булдыра. Ҡалала йәшәһә лә үҫмер ата-әсәһе менән йыш тыуған ауылына ҡайтып тора һәм үҙен максим егете, тип һанай. Хәрби хеҙмәткә лә тап Максим Горькийҙан оҙатыла.

— Атайым һәр ваҡыт армияла хеҙмәт итеү ир кеше өсөн мөһим. Унан быуындар ҡатып, етдиләнеп, аҡыл кереп ҡайтаһың. Эшкә урынлашам тиһәң дә, ҡайҙа ғына барһаң да хәрби билетыңды һораясаҡтар, тип әйтеүен башҡа һеңдереп килдем. Шуға күрә  повестканы икеләнмәй генә алдым. Диңгеҙ флотына эләккәс, уғата шатландым, сөнки электән моряк тельняшкаһын кейергә хыяллана инем, өҫтәүенә, ағайым Урал да диңгеҙ флотында хеҙмәт итте. 

“Бөйөк Петр” тураһында ишетеп, интернет селтәре аша күреп кенә белә инем. Беҙҙе тап шул крейсергә йүнәлтеүҙәрен белгәс, башта ышанмай торҙом.

Оҙонлоғо  250,1, киңлеге  25,0, бейеклеге 59,0 метр тәшкил иткән крейсерҙа һәр матросҡа эш этте. Бында 744 кеше —  100-ҙән артыҡ офицер, шул уҡ күләмдә мичмандар, пилоттар һәм матростар йыл әйләнәһендә йәшәй.

Айтуған менән ярты йыл кораблдә көн күрҙек. Аҙаҡ “Бөйөк Петр” Сирияға оҙатылғас, беҙҙе “Маршал Устинов” тигән ракета крейсерына күсерҙеләр. Был корабль 1164 “Атлант” проектына ҡарай. Ул Төнъяҡ флоты составына инә һәм хәрби хеҙмәттәрҙә, уҡыуҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Ике тапҡыр диңгеҙгә сығыу бәхете тейҙе. Элек нәфис фильмдарҙа ғына күргән матрос көнкүрешен, хеҙмәтен үҙ иңеңдә татыу, әйтеп бөтөргөһөҙ ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ҡалған ярты йыл хеҙәтте  “Маршал Устинов”та дауам иттек.

Ике кораблдә лә офицерҙар, матростар үҙ-ара дуҫ, бер ҙур ғаилә кеүек йәшәнек. Төрлө хәлдәр күп булды. Бында үҙенә күрә ҡыҙыҡ йолалар, ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, бер-беребеҙгә исем менән түгел, ә ҡушамат менән өндәшеү. Ғөмүмән, кораблдә һәр нимә үҙенсә атала. Тағы ла шундай йола бар: барғас та бер литр диңгеҙ һыуы эсереп, моряктар сафына ҡабул итәләр. Диңгеҙ флотында тәртип уғата ныҡ ҡаты һәм был ҙур әһәмиәткә эйә.

Ағайым Урал 2010 — 2011 йылдарҙа Ҡара диңгеҙ флотында 30-сы һыу өҫтө кораблдәр дивизияһы составындағы һаҡта тороусы “Пытливый” кораблендә хеҙмәт итте. Башта дүрт ай Выборгта хәрби уҡыуҙар үтте. Урал миңә морзе әлифбаһына өйрәнеүен ҡыҙыҡ итеп һөйләй торғайны. Өндәрҙе, һандарҙы  кодировкалау алымының үҙенсәлектәрен өйрәнеү уға оҡшағанға, ағайым тиҙ арала отоп алды. Диңгеҙ элемтәсеһе өсөн был бик мөһим һабаҡ.

Артабан Севастополь ҡалаһына “Пытливый” корабленә ебәрелә лә инде. Ул бында элемтәсе вазифаһын үтәй.

 Армияла алған һабаҡ, сынығыу тормошта ла ярҙам итә. Моряк — ул хеҙмәт йылдары ғына түгел, ә ғүмерлек, — тип хеҙмәт юлы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте Риваль Ришат улы.

Дилара Бәҙретдинова.

А.Мөхәмәтйәнов, Р.Басиров тарафтарынан ебәрелгән фотолар.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас