Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
27 Июля 2022, 11:09

Абҙан урамдарына газ

Абҙан ауыл хакимиәтендә һәр аҙна оператив кәңәшмәнән башлана.

Добавить в предпочтительные источники Google
Абҙан  урамдарына газАбҙан  урамдарына газ
Абҙан урамдарына газ

Абҙан ауыл хакимиәтендә һәр аҙна оператив кәңәшмәнән башлана. Уның барышында көндәлек мөһим һорауҙар күтәрелә, уларҙы хәл итеү юлдары күрһәтелә. Был юлы уҙғарылған эшлекле осрашыуҙа үткән аҙнаға йомғаҡ яһалды, киләһенә пландар ҡоролдо.

Көн тәртибендә “Урындағы башланғыстарҙы хуплау — 2022” (“ППМИ — 2022”) программаһы, биләмәлә төҙөкләндереү эштәренең ойошторолоуы, йорттарға тәбиғи газ үткәреү, янғын һәм һыу буйҙары объекттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һәм башҡа ваҡ көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

Ауылдың полковник Хәбиров, Көньяҡ, Миғранов һәм Болонло урамдарындағы йорттар быйыл ниһайәт “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташасаҡ.   Газ селтәре Ҡыҙылъярға ла һуҙыласаҡ.

Айнур Хәсәнов,

Абҙан ауыл хакимиәте башлығы.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас