Инйәр
+4 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Июня 2022, 06:20

Велосипед — минең дуҫым

Велосипед — иң арзанлы, уңайлы, күп сығым талап итмәгән, экологик яҡтан таҙа транспорт сараһы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Велосипед — минең дуҫымВелосипед — минең дуҫым
Велосипед — минең дуҫым

Велосипед — иң арзанлы, уңайлы, күп сығым талап итмәгән, экологик яҡтан таҙа транспорт сараһы. Бензин һорамай, теләгән ереңә йәһәт кенә барып ҡайтырға була. Сәләмәтлек өсөн дә файҙалы яҡтары күп.

31 май — велосипедсылар көнө. Ике тәгәрмәсле еңел транспортта елдереүселәр араһында олоһо ла, кеселәре лә бихисап. Ә уларҙың һаны йыл һайын артып барыуы бигерәк ҡыуандыра.  Шуға күрә был көн һәр икенсе кешенең байрамы, тип әйтһәк бер ҙә хата булмаҫ. Иҫтәлекле дата  сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыусыларҙың, спортсыларҙың рухын күтәреү, велосипедта йөрөүҙе әүҙемләштереү маҡсатынан уҙғарыла.

Муллаҡай ауылында ла ошо уңайҙан “Велосипед — минең дуҫым” тип аталған уйын программаһы үтте. Башта велосипедтар парады ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар ҡорос “саптары” менән түңәрәк буйлап йөрөп сыҡты. Һауа торошоноң аяҙ һәм йылы тороуы бәйгеселәргә ҡомар өҫтәне. Артабан юл хәрәкәте һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре иҫкә төшөрөлдө. Иң һуңында мауыҡтырғыс мәл  — велосипедта уҙышыу иғлан ителде.

Роза Ғәлиәхмәтова,

Муллаҡай ауылы клубының художество етәксеһе.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас