

Тирәкле мәктәбе уҡыусылары өсөн уҡыу йылы күңелле тамамланды — һәләтле, уңған балалар аҡсалата премияға лайыҡ булды. Уны яҡташыбыҙ, легендар радио дикторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Нәйлә Ғизетдин ҡыҙы Ғәләүетдинова булдырҙы.
Тантаналы сараға Нәйлә Ғәләүетдинованан тыш, РФ-ның мәғариф отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ф.К.Әсәҙуллина, БР Мәғарифты үҫтереү институтының профессоры Н.Г.Исҡужина, РФ-ның Прчетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, районыбыҙҙың Почетлы гражданы М.Ә.Лоҡманова, райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе М.Ғ.Ғәбитов, Баҡалды ауыл хакимиәте башлығы У.С.Шаһиев саҡырылды.
Н.Ғ.Ғәләүетдинова Сиражетдинова Лианаға, Хәйретдинова Гөлнәзирәгә, Нәжметдинова Ангелинаға һәм Нәжметдинов Артурға премия тапшырҙы. Был уҡыусылар мәктәп тормошонда, унан тыш та үҙҙәрен иң-иңдәр итеп күрһәтеп, махсус бүләккә иреште.
— Бүләкләнгән һәр бала үҙҙәренең маҡсатҡа ынтылыусанлыҡтары, сыҙамлыҡтары, көслө рухтары, һәм иң мөһиме — ябай кешелеклелек сифаттары менән таң ҡалдырҙы, — тине Нәйлә Ғизетдин ҡыҙы.
Лилиә Сәйғафарова,
район мәғариф бүлеге начальнигы.
Фото — мәғариф бүлеге сайтынан.