

“Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубының театр студияһында шөғөлләнеүселәр хореография, вокал, сәхнә теле һәм сәхнә хәрәкәттәре буйынса һабаҡ ала (етәксеһе Сәриә Мағазова). Яңыраҡ улар В.Панфиловтың “Суртан ҡушыуы буйынса. Минең теләгем буйынса” пьесаһына нигеҙләнеп, спектакль ҡуйҙы.
Билдәле булыуынса, “Суртан ҡушыуы буйынса” рус халыҡ әкиәте. Был әҫәрҙе һәр ғаилә тиерлек ярата. Әкиәттә Емеля исемле крәҫтиән егете тураһында һүҙ бара. Ул һәр ваҡыт мейес өҫтөндә генә ятырға ярата, ә тир түгеүҙе үҙһенмәй.
Бына ошо матур, ҡыҙыҡ ауыҙ-тел ижады өлгөһөн балалар сәхнәләштерҙе лә инде. Мәҙәниәт йортонан йыраҡ йәшәүҙәренә, төштән һуң уҡыуҙарына, башҡа түңәрәктәргә йөрөүҙәренә ҡарамай, улар репетицияларға бер ҡалдырмай йөрөнө. Оҙайлы тырышлыҡ һәм ҙур теләк менән эшләү яҡшы һөҙөмтәгә килтерҙе.
Тегенсе Мәрүә Фәйзуллина һәр персонаж өсөн кейемдәр текте. Декорация ла оҫта һайланды, музыкаль оҙатыу ҙа отошло булды. Әйткәндәй, музыка яғынан Радик Горяев биҙәне.
Спектакль әҙер булғас, йәш артистар “Тирмәкәй” балалар баҡсаһына юл тотто. Тамаша беренсе тапҡырҙан уҡ уңышлы үтте. Һәр кем үҙ образын оҫта башҡарҙы: Емеля — Олег Голубев, Батша — Усман Фазылов, Несмеяна — Гөлназ Әбйәлилова, Әсәй — Алина Сәйфуллина, Суртан — Виктория Багина, Ашнаҡсы — Урал Шәмсетдинов, Башкиҫәр — Урал Ямансаров, Ҡыҙҙар — Анастасия Иванова, Ульяна Лежнева, Һаҡсылар — Дмитрий Поляков, Айдар Сөләймәнов.
Кескәйҙәр артистарҙың сығышын ихлас ҡабул итте. Ҡайһылары уларҙың араһында үҙҙәренең таныш апай-ағайҙарын күреп тағы ла нығыраҡ шатланды. Малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡанатланып, дәртләнеп ҡайтты.
“Тирмәкәй”ҙән һуң артабан да гастролдәр дауам итәсәк.
Сәриә Мағазова,
район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.
Автор фотоһы.