Инйәр
+19 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
1 Июня 2022, 11:26

Телдең күрке — һүҙ

“Филология” грек телендә “һүҙгә һөйөү” тигәнде аңлата. Улар тел  өсөн  өҙөлөп, һүҙ ҡәҙерен белеп йәшәй.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Телдең күрке — һүҙТелдең күрке — һүҙ
Телдең күрке — һүҙ

“Филология” грек телендә “һүҙгә һөйөү” тигәнде аңлата. Улар тел  өсөн  өҙөлөп, һүҙ ҡәҙерен белеп йәшәй.  Был иҫтәлекле датаны һүҙ менән эш итеүсе тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, филология факультеттары студенттары һәм мөғәллимдәре, китапханасылар, тәржемәселәр, яҙыусылар, лингвистар, журналистар һәм ғөмүмән тел һөйөүселәр билдәләй.

Районыбыҙҙа тел һөйгән, ғүмерен уны өйрәнеүгә, йәш быуынға еткереүгә, ижад итеүгә бағышлаған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары бихисап. Улар хаҡында район мәғариф бүлегенең методисы Лена Садиҡова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Лена Хайразый ҡыҙы, районда туған телдәр уҡытыусыларының белем биреү кимәле ниндәй?

— Райондың барлыҡ мәктәптәрендә  лә юғары белемле туған тел уҡытыусылары эшләй.  8 уҡытыусы юғары, 10 уҡытыусы беренсе категорияға эйә. Күптәр Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғариф алдынғыһы, РФ һәм БР Мәғариф министрлыҡтарының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.   Ғөмүмән, белем һәм тәрбиә усаҡтарында үҙ эшенең оҫталары, һәләтле һәм ижади ҡарашлы педагогтар тир түгә.

     — Башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе тураһында нимә әйтер инегеҙ?

— Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары — милләтебеҙ һағында тороусылар, телебеҙҙе яҡлаусылар һәм һаҡлаусылар. Балаларыбыҙ күңелендә мәктәп эскәмйәһенән үк милли рух, теленә, халҡына һөйөү уятыу, уларҙың бурысы булып тора.

Башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе эшмәкәрлеге әүҙем бара. Йыл һайын    теоретик һәм практик семинарҙар уҙғарыла. Методик берекмә эшен  Абҙан мәктәбенең тәжрибәле уҡытыусыһы Фидәлиә Фәрит ҡыҙы Кинйәғолова етәкләй. Туған тел уҡытыусылары  йыл да район  кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа  уңышлы ҡатнаша һәм  үҙ көстәрен төбәк-ара  бәйгеләрҙә  һанай. Быйылғы уҡыу йылында  Ырныҡшы    мәктәбенән Зөбәржәт Вашкевич  район бәйгеһенең  “Патриотик традицияларҙы һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау” (“Сохранение патриотических традиций и культурного наследия”) номинацияһында еңеүсе итеп танылды һәм  беҙҙең райондың намыҫын  төбәк-ара бәйгелә  уңышлы яҡланы.  

— Туған телдәр кабинеттары...

— Районда бөтәһе  14 туған телдәр кабинеты эшләй. Шуларҙың 13-ө — башҡорт теле, бер татар теле кабинеты. Был кабинеттарҙа методик ҡулланмалар, һүҙлектәр, видеоәсбаптар, яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең портреттары, эш таблицалары бар. Киләһе уҡыу  йылына   “Китап”  нәшриәтенә  дәреслектәргә заказдар ебәрелде.

— Мәктәптәрҙә туған телебеҙҙән тыш, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү саралары нисек ойошторолған һәм ҡаҙаныштар?

—    Уҡыусылар үҙ туған телен һәм әҙәбиәтен белеү менән генә сикләнмәй. Улар ысын мәғәнәһендә йолаларыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтебеҙҙе лә яҡшы белергә тейеш. Мәктәптәрҙә Милли костюмдар көнө, Башҡорт теле көндәре, диктант яҙыу буйынса төрлө акциялар   уҙғарыла. Уҡыусылар шулай уҡ “Урал батыр”, “Башҡортостан ынйылары”  конкурстарында,  тел буйынса   конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып, Мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Былар аша йәш быуында милли рух тәрбиәләнә, илһөйәрлек тойғоһо көсәйә.

  Ҡыҫынды  мәктәбенең 8–се класс уҡыусыһы Ғәйсәрова Нәркәс республикабыҙҙың Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған   конкурсында  уңышлы сығыш яһап, 3-сө урын яуланы һәм БР-ҙың Мәғариф министрлығы грамотаһы менән бүләкләнде (етәксеһе Рәшиҙә Факил ҡыҙы Ғәйсәрова).

         30-31 мартта Әлшәй районында үтәкәрелгән “Башҡортостан ынйылары” фольклор театр төркөмдәренең  конкурс-фестивалендә Тирәкле мәктәбенең “Дарман” коллективы 2-се урын  яуланы (Әлмирә Рафаил ҡыҙы Баһауетдинова).

Шулай уҡ башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала Абҙан мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Шиһабетдинова Резида, татар теленән  Зәйет мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Әхмәров Йәмил үҙ көстәрен һананы.

     Юнеско тарафынан ойошторолған “Урал-батыр” халыҡ-ара бәйгеһендә 1-се Архангел мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Зариф ҡыҙы Яппарова “Уҡытыусы ҡулында — илдең киләсәге” номинацияһында еңеп, 1-се дәрәжәле диплом менән билдәләнде.

    Дөйөм алғанда,  “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса эштәр тулыһынса һәм тейешенсә  алып барыла.

— Мәктәп китипханаларының эшмәкәрлеге?

  — Китапхана тик китап биреү менән генә шөғөлләнмәй, ул мәҙәни-ағартыу үҙәге лә. Район мәктәптәрендә бөтәһе 16 китапхана. Улар уңышлы ғына эшләп килә. Матбуғат баҫмаларына урындағы бюджеттан йыл да  аҡса бүленә һәм  районыбыҙҙың бөтә мәғариф учреждениеларына ла районыбыҙ, республикабыҙ  баҫмалары  алдырыла.  Даими рәүештә яңы китаптар, әсбаптар менән тулыландырылып тора. Китапханасыларыбҙ ҙа туған телде өйрәнеүҙә, илһөйәрлек тәрбиәләүҙә әһәмиәтле өлөш индерә.

— Алдағы йылдарға  маҡсаттар...

— Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, дәүләт теле булараҡ, дәрәжәһен тағы ла юғарыраҡ күтәреү —  изге бурысыбыҙ. Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, башҡорт теленең нәфислеген, йомшаҡлығын, гүзәллеген һәм уны нисек бар шул килеш киләһе быуынға еткерергә тейешбеҙ. 

Ата-әсәләрҙе туған телдәрҙә үткәрелгән сараларға йәлеп итеү, милләттәштәребеҙҙең туған тел буйынса белемен арттырыу, аңлатыу, ғаилә эсендә әсә телендә аралашыу өҫтөндә эшләү. Телебеҙҙе үҫтереүгә арналған проекттарҙа бер ҡалдырмай ҡатнашыу һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының бер урында баҫып тормай, үҫешеү, заман менән бер аяҡтан барыу.

— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.

Л.Садиҡова тарафынан ебәрелгән фото. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас