Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Июня 2022, 11:23

Татыу ғаилә — бәхет сығанағы

Ҡатын-ҡыҙҙы  көсһөҙ, йомшаҡ тиҙәр. Бының менән бер ҙә килешмәйем, сөнки элек-электән гүзәл заттар кәрәк саҡта утҡа ла ингән, ирҙәре менән бергә дошманға ҡаршы  сығып, үҙен, ғаиләһен, ерен-һыуын һаҡлаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Татыу ғаилә — бәхет сығанағыТатыу ғаилә — бәхет сығанағы
Татыу ғаилә — бәхет сығанағы

Ҡатын-ҡыҙҙы  көсһөҙ, йомшаҡ тиҙәр. Бының менән бер ҙә килешмәйем, сөнки элек-электән гүзәл заттар кәрәк саҡта утҡа ла ингән, ирҙәре менән бергә дошманға ҡаршы  сығып, үҙен, ғаиләһен, ерен-һыуын һаҡлаған.

Заман ҡатын-ҡыҙы тағы ла ҡыйыуыраҡ, ғорурыраҡ, ғәҙел, сая, саҡматаштай ҡаты ла, шул уҡ ваҡытта наҙлы һәм нескә лә. Уның иңенә ниндәй генә ҡыйынлыҡтар, яҙмыш һынауҙары төшмәһен  юғалып, бөгөлөп ҡалмай, бар ҡеүәтен туплап, башын юғары күтәреп алға атлай. Дилә Миниғәли ҡыҙы Иманғәлинаға ла (Годунцова) тап ошо сифаттар хас.

Алыҫ 60-сы йылдарҙа Ҡыҙылъяр ауылында Мәлифә Исламетдин ҡыҙы менән Миниғәли Мырҙағәли улы Иманғәлиндар ғаилә ҡора. Бер ни тиклем ваҡыт ауылда йәшәгәндән һуң, улар Ҡаҙағстанға сығып китә. Дилә 1968 йылда Ҡаҙағстандың Павлодарский өлкәһендә донъяға килә. Ул дүртенсе бала була. Ата-әсәләре малсылыҡта тир түгә. Бик етеш донъя көтә улар. Балалары урындағы мәктәпкә уҡырға йөрөй. Рус теле менән бер рәттән ҡаҙаҡ телен дә өйрәнәләр. Дилә Миниғәли ҡыҙы 8-се класты тамамлап, Белогорье ҡасабаһының һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштерә. 1985 йылда Иманғәлиндар Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Дилә белемен Салауат ҡалаһында тамамлай. Уҡып бөткәс, хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһында башлай.

1988 йылда тәүге мөхәббәтен осрата һәм кейәүгә сыға. Бер-бер артлы балалары донъяға килә. Эскерһеҙ, ябай, йомарт күңелле Дилә бәхетле мәлдәр кисерә. Тик оҙаҡҡа түгел... Иренең хыянаты уның саф булмышын гәлсәр һауытты ватҡандай селпәрәмә килтерә. Шул саҡта алған тетрәнеүе, йоҡоһоҙ төндәр, уйланыу, әсенеүҙәр уңалмаған яра булып ҡала.

Ярай ата-әсәһе, туғандары уны ташламай. Йәш ҡатын үҙен ҡулға алып, яҡындары ярҙамында был хәлдән нисек сығыу юлын эҙләй. Сөнки балаларын уҡытырға, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Наталья, Эдуард, Гөлиә, Динислам, Дарья — уның йыуанысы ла, ҡыуанысы ла.

Сабыйҙарын башҡаларҙан кәм-хур тәрбиәләмәҫ өсөн әсә кеше бер нисә эштә тир түгә. Уларға матур, өлгөлө тәрбиә, белем  бирергә лә, йорт мәшәҡәттәрен алып барырға ла, эшкә лә өлгөрә. Ә ҡошсоҡтары инәләренең ышанысын лайыҡлы аҡлай. Бләкәйҙән үк үҙаллы, тырыш, сәмсел, талапсан, ғәҙел булып үҫә.

— Ҡыҙҙарымдың, улдарымдың итәғәтле, тәртипле, егәрле, ярҙамсыл булыуҙарына ҡыуанам.  Иркәләп, наҙлап ултырырға ваҡытым  булмаһа ла эш араһында, ял көндәрендә бөтә иғтибарымды бәпестәремә бүлергә тырыштым. Бергәләшеп бәлештәр бешерәбеҙ, өй йыйыштырабыҙ, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар ҡарайбыҙ, ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып киләбеҙ. Олаталары менән өләсәләре лә ыңғай йоғонто яһаны. Ата-әсәйемдән башҡа миңә бер үҙемә ошо һөҙөмтәгә өлгәшеү ҡыйынға тура килер ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл атайым 82 йәшендә үлеп ҡалды. Уны барыбыҙ ҙа ныҡ юҡһынабыҙ. Беҙҙең өсөн ул ныҡ яҡшы кеше булды. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп торҙо.

Һәр  нимәнең хәләл көс, тир түгеп табылғанын күреп, белеп үҫә минең балаларым. Шуға күрә улар тормошҡа айыҡ ҡарашлы. Уларға кесе йәштән үк етди маҡсаттар ҡуйып, шуға ынтылыу, талапсанлыҡ, ныҡышмалыҡ хас. Наталья ҡыҙым бөгөн Архангелдә йәшәй, бер ҡыҙы һәм бер улы бар. Ейәнем менән ейәнсәремә һөйөнөп бөтә алмайым. Эдуард  төҙөлөш компанияһында хеҙмәт итә, буш ваҡытында спорт, туризм менән шөғөлләнә. Гөлиә ҡыҙым 8-се кластан “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгенә ирекле көрәшкә йөрөй башланы. Тренеры Илдар Әхәт улы Әхмәтйәнов уның таһыллығын шунда уҡ күреп, спорттың был төрө менән ныҡлап шөғөлләнергә тәҡдим итте. Шул көндән бирле ҡыҙым ирекле көрәш буйынса ярыштарҙы бер ҡалдырманы, еңеүҙәр яулауын дауам итте. Бөгөн ул ошо йүнәлеш буйынса һөнәри белем алып, Өфө ҡалаһының башҡорт гимназияһында һәм 14-се мәктәбендә уҡытыусы-тренер. Динислам үҙебеҙҙәге күп профилле колледжда белем ала. Ул да спорт һөйә, 7 йәшенән футболды үҙ итте. Әле лә ял һайын стадионға, спортзалға ашҡынып тора.

Кесебеҙ Дарья 1-се Архангел мәктәбенең 6-сы класында уҡый. Гөлиәм күнекмәләргә барған саҡта уға эйәрә торғайны. Илдар Әхәт улы Дашаны ла саҡырып алды. Биш йәшендә килгәйне, әле бөтә Рәсәй, республика буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындарға өлгәшеп, барыбыҙҙы ла шатландыра.

Берәүҙәр, көрәш ҡыҙҙарға килешмәҫ, тип әйтер. Башта үҙем дә был гүзәл заттарҙың шөғөлө түгел, тип ҡарай инем. Хәҙер фекерем башҡаса — көрәш баланы физик яҡтан көслө, сәмле, дәрте итеп тәрбиәләй, ныҡлы рухлы итә. Ҡаршылыҡтарҙы еңергә, еңелһәң яңынан аяҡҡа баҫырға өйрәтә. Аяуһыҙ заманда ҡатын-ҡыҙҙың үҙ-үҙен, яҡындарын яҡлай белеүе ҡамасауламай. Маҡсатыңа ирешеү өсөн ошо сифаттар кәрәк тә инде. Дарья 12 йәшендә бер нисә тапҡыр Мәскәүгә, Брянскка, Ҡазанға һәм башҡа ҡалаларға барып ҡайтты. Ә Башҡортостан тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Яңы ерҙәр күреү,  ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыу, дуҫтар табыу — тик яҡшыға ғына. Шуға күрә ҡыҙҙарымдың ирекле көрәште һайлауҙарына тик ыңғай ҡарашта. Әле Дашаның күнекмәләре көн һайын үтә. Бейеү, һүрәт төшөрөү, вокал дәрестәрен дә алыр ине, өлгөрә генә алмай. Ейәнсәрем Виктория ла апаларының юлын һайланы.

Үҙем дә уларға эйәреп 2015 йылдан бирле   “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә йыйыштырыусы булып эшләйем. Коллективыбыҙҙа 7 кеше. Үҙ-ара татыу, берҙәмбеҙ. Эш күләме ҙур: көн һайын спорт, күнекмә, бәләкәй залдарҙы тәртиптә тотоу, таҙартыу, дезинфекциялау һәм башҡаларҙы башҡарырға кәрәк. Республика, төбәк ярыштарынан һуң мәшәҡәттәр  икеләтә арта. Арып-талып ҡайтам, ҡайһы саҡ, әллә икенсе эш урыны эҙләргәме икән, тип тә ҡуям да, юҡ, яҡшы етәкселек, хеҙмәттәштәр, һине хөрмәт итеп торған балаларҙы ташлай алмаҫымды аңлайым. Ғаиләмдә лә, эшемдә лә татыулыҡ, аңлашыусанлыҡ көслө, шуның менән бәхетлемен! — тип ял минуттарында һөйләп өлгөрҙө Дилә Иманғәлина.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

 

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас