Инйәр
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Июня 2022, 11:05

Шәфҡәтле һөнәр эйәһе

Шәфҡәт туташы… Уларҙың эше иң тәү сиратта шәфҡәтлелеккә нигеҙләнгән.

Шәфҡәтле һөнәр эйәһеШәфҡәтле һөнәр эйәһе
Шәфҡәтле һөнәр эйәһе

Шәфҡәт туташы… Уларҙың эше иң тәү сиратта шәфҡәтлелеккә нигеҙләнгән. Был өлкәлә күңелеңдә мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ, изгелек булғандар ғына тир түгә.  

Мәҡәләнең геройы  —  үҙәк район дауаханаһының балалар стоматологияһы бүлмәһенең шәфҡәт туташы Динара Ташбулатова.  Ул үҙ эшен намыҫлы башҡарған, пациенттар, хеҙмәттәштәре араһында ла абруй һәм хөрмәт яулап өлгөргән  гүзәл зат.

Динара Рауил ҡыҙы 1985 йылда Тәүәкәс ауылында  Гөлнара Рәшит ҡыҙы менән Рауил Рәшит улы Аҙнабаевтарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә.  9-сы класты тамамлағас, ҡыҙ  Стәрлетамаҡ медицина колледжына уҡырға инә.  Ҡулына диплом алған шәфҡәт туташы хеҙмәт юлын да тыуған районында башлай. Йәш белгес шунда уҡ үҙәк район дауаханаһының стоматология бүлегенә йүнәлтелә. Табиптар: Афзал Иштуғанов, Сәфәр Садиҡов, Фәнис Сорағолов, Ришат Базанов һәм шәфҡәт туташтары: Фәрзәнә Камалетдинова, Фариза Сорағолова, Наталья Думченко уны ҡуш ҡуллап  ҡабул итә. Үҙ эштәренең ысын оҫталары булып танылған белгестәр  яҡшы һабаҡ бирә, Динара уларҙан күп нәмәгә өйрәнә.

Бында бер нисә йыл эшләгәндән һуң, яҙмыш ҡушыуы буйынса тормош иптәше Илнур Миҙхәт улы менән Себер тарафтарына юл тота. Муравленка ҡалаһының балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эшләп ала. Тик йәштәрҙең сит яҡтарға күңелдәре ятмай, ҡабат районға ҡайталар һәм Приуралье ауылында йорт һалып, шунда төплө донъя көтә башлайҙар. Бөгөн Ташбулатовтар Ильнара һәм Амалия исемле ҡыҙҙар тәрбиәләй. Өлкәндәре 1-се Архангел мәктәбенең 9-сы, ә кеселәре 1-се класында белем ала.

2010 йылда үҙәк район дауаханаһында балалар стоматологияһы бүлмәһе асыла. Тап шул кәрәкле мәлдә теш табибы Лира Рафаэль ҡыҙы Меркулова Динараны шәфҡәт туташы вазифаһына саҡыра. Эшен һағынып өлгөргән хеҙмәткәр ең һыҙғанып бурыстарын үтәргә тотона. Сабыйҙар менән эшләү башта ауыр тойолһа ла, бала йәнле, киң күңелле, миһырбанлы ханым улар менән уртаҡ тел табырға, үҙенә һәм табипҡа ҡарата ышаныс тыуҙырырға өйрәнеп ала. Ул шәфҡәт туташы ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә психолог та булып китә. Бәләкәй ауырыуҙар менән төрлө хәлдәр булғылап тора бит. Берәүҙәр аҡ халат күреү менән илай башлай, икенселәре табип янына инмәҫ өсөн аяҡ тибеп ҡаршы тора, ҡайһылары ауыҙҙарын ҡымтып, тештәрен күрһәтмәй. Динара Рауил ҡыҙы ниндәй генә осраҡтар булмаһын, уларҙы ыңғай хәл итеү юлын таба. Һөҙөмтәлә, кескәйҙәр йылмайып, хатта ҡабат килергә теләк белдереп ҡайтып китә. Шәфҡәт туташының эше табиптың уң ҡулы, алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы булыуҙан тыш, кескәйҙәр менән килешә белеүҙән ғибәрәт.

—Мәктәптән һуң медицина өкәһен һайлауымда Афзал Хатип улы Иштуғановтың һәм инәйемдең йоғонтоһо ҙур булды. Улар ошо һөнәргә ҡыҙыҡһыныу уятып, үҙләштерергә күндерҙе. Һайлаған һөнәремдән тик кинәнес кенә  алам, уға ныҡ өйрәнгәнмен.  Эштән арып ҡайтһам да, иртәгәһен  һағынып килеп етәм.  Кешеләргә шатлыҡ, сәләмәтлек өләшеүҙә үҙемдең дә өлөшөм булыуына ҡыуанам, — ти Динара Рауил ҡыҙы.

 Дилара Янбаева.

Фото — ғаилә аврхивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас