

27 май – Китапханалар көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзите ойошторған “Рухиәтебеҙ һаҡсыһы” исемле яңы конкурста беҙҙең районыбыҙҙың данын Тәүәкәс ауылы китапханаһының китапханасыһы Гөлнара Сәғит ҡыҙы Ташбулатова яҡланы. Ярышта республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, дәртле, үҙ эшен ихлас яратҡан китапханасылары көс һанашты. Г.Ташбулатова бәйгелә ҡатнашып республика буйынса 3-сө урынға лайыҡ булды.
— Был сара тураһында Е.С.Мортазина хәбәр итте. Ул ойоштороусылар менән бәйләнеш булдырҙы. Етәксем әйткәс, кире һуҡманым, миңә ышанғас, ҡарар иттем.
Бер аҙҙан “Башҡортостан” гәзитенән шылтыраттылар. Бәйгенең шарттары, талаптары менән танышҡас, башҡа райондар араһында артта тороп ҡалырға теләмәй, сәмләшеп алға ынтылдым. Яҡташтарым, ауылдаштарым, хеҙмәттәштәрем, дуҫтарым, хатта таныш булмаған кешеләр ҙә минең өсөн дәррәү тауыш бирҙе. Был еңеү күмәкләшеп яуланды, — тип шатлығы менән уртаҡлашты Гөлнара Ташбулатова.
Дилара Янбаева.
Г.Ташбулатова тарафынан ебәрелгән фото.