Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Июня 2022, 07:07

Өмәләргә берҙәм сығайыҡ!

Убалар ауылының бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары урам буйҙарындағы электр бағаналарын аҡлап, бер ыңғай юл ҡырҙарын таҙартты.

Өмәләргә берҙәм сығайыҡ!Өмәләргә берҙәм сығайыҡ!
Өмәләргә берҙәм сығайыҡ!

Убалар ауылының бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары урам буйҙарындағы электр бағаналарын аҡлап, бер ыңғай юл ҡырҙарын таҙартты.

Бағаналарҙы буяу бер кешенең эше түгел шул. Күмәкләшеп тотонғас, күҙ ҡурҡа — ҡул эшләй, тигәндәй  йәһәт кенә теүәлләп тә  ҡуйҙыҡ. Тыуған төйәгебеҙ йәмләнеп киткәндәй булды.

Көн дауамында ауылыбыҙҙың бер осонан икенсеһенә тиклем оло биҙрәләр, бумалар  күтәреп йөрөгән ханымдар арыһалар ҙа үҙ эштәренән ҡәнәғәт ҡалып, ихлас йылмайҙы. Уларға “афарин”, тип әйтергә генә ҡала.

Ҡалғандар ҙа йәшәгән еребеҙҙе төҙөкләндереү, таҙартыу кеүек  сараларҙа беҙгә ҡушылып, әүҙемлек күрһәтһәләр бигерәк яҡшы булыр ине. Билдәле, ауыл ерендә һәр кемдең үҙ мәшәҡәте баштан ашҡан. Халҡыбыҙҙа мәҡәл бар —  ике кеше бер булһа, илле кеше йөҙ булыр, тигән. Шуға күрә өмәләргә берҙәм сығайыҡ!

Зөбәйҙә Йәнешева,

Убалар ауылы клубының художество етәксеһе.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас