

Тәүәкәс ауылында донъя көтөп, биш ул үҫтергән Гөлзиә Йыһангир ҡыҙы менән Фәнил Шәйхислам улы Бадрановтар тураһында: “Бына исмаһам, илебеҙ өсөн ысын ир-азаматтар тәрбиәләгән ата-әсә!” — тип ғорурлыҡ менән әйтеп була. Биш егеттең барыһы ла Ватан алдындағы изге бурыстарын намыҫ менән үтәп, ата-әсәһенең, тыуған еренең данын яҡлаған. Ололары Филүс — Хабаровскиҙа бәйләнеш, Флүр — Дағстанда сик буйын һаҡлау, Айнур — Мәскәүҙә хәрби-һауа көстәре, Вилнур — Воронежда ракета һәм артиллерия, Фәдис Һамарҙа автомобиль хәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ә икенсе улдары Флүр, бөгөн хәрби хеҙмәтен һөнәри кимәлдә башҡара.
Флүр Фәнил улы 1986 йылда тыуған. Туғыҙынсы кластан һуң, Стәрлетамаҡтағы В.И.Ленин исемендәге 2-се интернат-лицейҙа бер йыл уҡый һәм 11-сене тыуған мәктәбендә тамамлай. 2003 йылда Ишембай нефть техникумына документтарын тапшыра. 2004 йылда ДОССАФ-та водитель һөнәрен үҙләштерә. 2005 йылдың 28 майында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Райондан өс егет Өфөгә йыйыу пунктына юл тота. 28 май шул мәлдән алып егет өсөн мөһим көндәрҙән һанала, сөнки ул сик буйы һаҡлаусыһы булып китә.
Дағстан — Кавказ тауҙары, Каспий йылғаһы буйҙары ғына түгел, ул тар тәрән үҙәнлектәр, ҡом тауҙары, боронғо ҡәлғәләр һәм башҡа сихри матурлыҡтар иле. Флүргә ошо ерҙә ике йыл хеҙмәт итергә тура килә. Башта Белиджи ҡасабаһында Дербент уҡыу үҙәгендә өс ай хәрби уҡыуҙар үтә һәм Рәсәй менән Азербайджан сиктәрен һаҡларға йүнәлтелә. Яңы ерҙәргә, яңы кешеләргә, яңы тормош шарттарына сос егет тиҙ генә өйрәнә. Башҡортостандан да иптәштәренең байтаҡ булыуы ыңғай йоғонто яһай. Заставала һалдаттар бер ғаилә булып дуҫ йәшәй. Тәүлек буйына сик һаҡлаған һалдаттар етди тәртипкә, яуаплылыҡҡа өйрәнә, дуҫлыҡта, тоғролоҡта һынала. Шуға күрә ике йыл кирза итек кейгәндәргә тормошта таянып була. Флүр ошо һынауҙарҙы лайыҡлы тота. Көндәр тиҙ үтеп тора. Армиянан һуң ҡайҙа барырға тип уйланмай егет, сөнки күптән килешеү буйынса хеҙмәт итергә ҡарар итә. Ата-әсәһен, туғандарын был турала иҫкәрткәс, 2006 йылда килешеүгә ҡултамғаһын ҡуя. Өс йыл тирәһе Дағстанда, артабан Осетияла хеҙмәт итә. 2016 йылдан Силәбелә Рәсәй менән Ҡаҙағстан сиктәре һағында.
— Кемгә нисектер, миңә йылдар уҙған һайын, ике йыллыҡ әрме тормошо йышыраҡ иҫкә төшә, ундағы ваҡиғалар cағыуыраҡ төҫ ала барғандай тойола. Өс ай тирәһе мажараларға бай йәш һалдат курсын лайыҡлы үтеү, дәрәжәле хәрбиҙәр менән бергә ҡайнау, унан инде йыл ярымға һуҙылған ғәскәри частағы онотолмаҫ көндәр — береһе лә хәтерҙән юйылмай. Шул хәтлем тиҙ уҙҙы ла китте тиһәм, ҡайһы берәүҙәр ғәжәпкә ҡала. Әллә күпме айырылмаҫ дуҫтар таптым, бөгөн дә төрлө милләттәге иптәштәрем менән аралашыуҙы дауам итәм. Армияла хеҙмәт итмәһәм ҡасан илдәр, ерҙәр күрер инем?! Ә инде яурында ысын мылтыҡ йөрөтөп, сик буйҙарын һаҡлау ҡайһылай ғорурлыҡ! Иң мөһиме, ике йыл ваҡытымды һәм унан һуңғы йылдарҙы Ватанымды һаҡлауға арнаным, тип ғорурлыҡ менән әйтә алам.
Ошо арала минең килешеү ваҡыты тамамланырға тора. Мине хаҡлы ялға оҙаталар. Тыуған ауылыма ҡайтып, күптәнге хыялдарымды тормошҡа ашырырға уйлайым, — тип һөйләп ишеттерҙе яҡташыбыҙ.
Бөгөн Флүр кеүек илһөйәр йәштәребеҙҙең булыуы илебеҙҙең тыныс һәм имен киләсәгенә ышаныс бирә.
Дилара Янбаева.
Фото — ғаилә архивынан.