

Ҡыҙғы — районыбыҙҙың иң матур һәм төҙөкләндерелгән ауылдарынан һанала. Бындағы халыҡ та берҙәмлеге, етдилеге, талапсанлығы һәм йүнселлеге менән айырылып тора. Беҙҙекеләр тураһында ысын мәғәнәһендә үҙ ауылын яратҡан, уның өсөн янған, яҙмышына битараф булмаған ҡыҙғылар, тип бер икеләнмәй әйтеп була. Шундай ауылдаштарым менән ғорурланам.
Апрель аҙаҡтарында күптән уйланылған бер эшебеҙҙе тормошҡа ашырҙыҡ. Ҡыҙғыға ингән ерҙә шыршы ағастарының үҫентеләрен ултыртып, уны кәртәләп алдыҡ.
Өмә тураһында алдан әйтелгәйне. Билдәләнгән ваҡытҡа эш ҡоралдарын тотоп ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар ауыл осона йыйылды. Шыршыҡайҙарҙы бергәләшеп тиҙ арала ултыртҡас, ирҙәр уларҙы кртәләне. Оҙаҡламай буяп та ҡуясаҡбыҙ.
Әйткәндәй, кәртә, буяу кеүек кәрәк-яраҡтарҙы ғәҙәттәгесә, халыҡтан йыйылған аҡсаға алабыҙ. Шулай үҙебеҙҙең көс менән йәшәгән еребеҙҙе матурлайбыҙ!
****
Быға тиклем ауылыбыҙҙың фельдшер-акушерлыҡ пунктында төҙөкләндереү саралары барыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Бөгөн эштәр дауам ителә. Ауылдашыбыҙ Фуат Тажетдинов соландың күтәрмәһен йүнәтә.
Әлфирә Ноғаманова,
Ҡыҙғы ауылы.
Автор фотоһы.