

Ҡасандыр туристик йүнәлтмә буйынса миңә Израилға сәфәр ҡылырға тура килде. Экскурсия программаһына Илау диуары ла индерелгәйне. Мин, әлбиттә, электән үк был изге урын хаҡында ишетеп, уҡып белә инем. Уның исеме лә үҙе тураһында әйтеп тора.
Экскурсияны алып барыусы беҙгә уның исеме ни өсөн шулай аталғанын, унда нимә эшләргә кәрәклек һәм башҡалар хаҡында аңлатты. Илау диуары кәртә менән икегә бүленгән: уң яҡта — тик ҡатындар өсөн, һулда — ирҙәргә. Гид әгәр ҙә беҙҙең хыялдарыбыҙ бар икән, уны ҡағыҙ битенә яҙыуыбыҙҙы һораны. Артабан ошо хыялды уйлап, ҡағыҙ битен таш араһына ҡыҫтырырға ла ике ус менән стенаға терәлергә. Мин бындай әйберҙәргә бик үк ышанып бармайым. Шуға күрә гидтың һөйләгәндәренән мөғжизә көтмәнем, ғибәҙәт ҡылыу, табыныу урынына тик ҡыҙыҡһыныу ғына тыуҙы.
Хыялымды ҡағыҙ битенә яҙып, диуар янына килдем. Ул күк төҫтәге шыма таштарҙан яһалғайны. Араларындағы ярыҡтарҙан хисапһыҙ ҡағыҙҙар күренә. Уларҙы көн һайын алып китәләр икән, тик яндырмайҙар.
Барлыҡ шарттарҙы үтәп, мин ике усым менән стенаға тотондом. Шул мәл ниндәйҙер тирбәлеү тойоп ҡалдым. Башымда баласаҡтан алып үткән тормошомдан һүрәттәр тыуа башланы. Йәшәйешем тураһындағы яҙма менән флэшкарта ҡуйҙылармы ни! Тирбәлеү көсәйгәндән-көсәйҙе. Элекке сағыу хәтирәләр аңымды тулыһынса томаланы. Мейемдән үткәндәргә түҙмәй тубығыма йығылдым. Ошо хәлдә күпме ваҡыт ҡалғанмындыр хәҙер әйтә алмайым. Әкренләп аңыма килгәндә, мин диуар алдында тубыҡланып, үкһей инем. Иламайым, ә бер кемгә лә иғтибар итмәй, нимәлер һөйләп үкһейем. Эргәмдәге милли кейемдәге еврейҙар ҙа үҙҙәренең телендә ҡысҡыралар. Яйлап ҡына диуарҙан артҡа сигенеп, тулыһынса элекке хәлемә ҡайттым. Үҙемдән барлыҡ кешелек бысрағын сығарғандай хис иттем, таҙарыныуым башланды. Мин рәхәтлек кисерҙем.
Нимә булғанын бөгөн дә аңлата алмайым. Ҡайһы саҡ Хоҙай менән аралашҡан кеүекмен. Бына шулай көтмәгәндә серле хәлгә тарыным. Әллә Хоҙай алдында тәүбәгә килдем, әллә икенсе берәй нимә булды, әммә еңеллек хасил булды.
Бөгөн байтаҡ йылдар үткәс, мин Хоҙай Тәғәлә менән асыҡтан-асыҡ һөйләшкәндән һуң таҙарыныу, тынысланыу тойғоларын ҡабаттан кисерергә теләйем. Тик был юлы уны тулыһынса аңлап. Унда тағы эләгеүемә ышанам.
Фәйез Саттаров.
Тәүәкәс ауылы.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.