Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Июня 2022, 10:58

Хаҡлы ялдағылар өсөн яҡшы мөмкинлек

Башҡортостанда 2020 йылдан “Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм” проекты ғәмәлгә ашырыла башланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хаҡлы ялдағылар өсөн яҡшы мөмкинлекХаҡлы ялдағылар өсөн яҡшы мөмкинлек
Хаҡлы ялдағылар өсөн яҡшы мөмкинлек

Башҡортостанда 2020 йылдан “Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм” проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Уның сиктәрендә республикабыҙҙың матур төбәктәренә бер-ике көнгә йә автобуста йә йәйәү сәфәргә сығырға мөмкин.

Районыбыҙҙың бер төркөм пенсионерҙары 27 май Белорет районы Ҡағы ауылы маршруты буйынса сәфәргә сыҡты. Юлға күтәренке кәйеф менән йыйынған ололарға һалҡын ел дә, ваҡыты-ваҡыты менән еүешләп үткән ямғыр ҙа ҡамасауламаны. Барыһы ла яңы танышыуҙар, яҡты тәьҫораттар менән осрашырға әҙерләнде. Һөйләшеп, шаярып-көлөп барғас ни, оҙон юл һиҙелмәй ҙә ҡалды. Бына барыбыҙ ҙа ниһайәт, Башҡортостаныбыҙҙың тарихи урындарының береһе Ҡағы ауылына килеп тә еттек. Уның матур тәбиғи ҡомартҡыларын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү, шифалы шишмәһенең һыуын татып ҡарау һәм башҡа тарихи урындарға аяҡ баҫыу әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ, һоҡланыу тойғоларын бүләк итте. “Тәңре” турбазаһы, Бәрәкәт тауы оҙаҡ йылдарға хәтерҙә ҡалыр. Сәфәребеҙ оҡшаны, артабан да ошондай сараларҙа ҡатнашырға теләгебеҙ көслө.

Экскурсия дауамында хаҡлы ялдағыларҙы райондың “Йәйғор” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубының педагогы Виктория Бабаева менән Арх-Латыш ауыл хакимиәтенең йәштәр эше буйынса белгесе Айна Перова оҙатып йөрөнө.

Гөлгөнә Хисмәтуллина.

Максим Горький ауылы. 

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас