

Күптән түгел Максим Горький ауылында урынлашҡан “Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн Хәрби Дан музейына экскурсия ойошторолдо. Улар музейҙың төп һөм махсус ҡулайлаштырылған экспозициялары менән танышты. Даими эшләп килгән “Башҡортостан Икенсе Бөтә донъя һуғышында” тип аталған бүлек, “Башҡорт йорто”, ”Һуғышҡа оҙатыу”, ”Үҫмерҙәр станок артында” диорамалары, шулай уҡ яугир-интернационалистарҙың батырлығына арналған экспозициялар барыһы ла оло ҡыҙыҡһыныу уятты.
Музей хеҙмәткәрҙәре быларҙан тыш, “Сталинградты обороналау”, “Курск хәл иткес һуғышы”, “Төнъяҡ-көнбайыш йүнәлеше”, “Мәскәү күге һағында”, “Берлинға!” исеме аҫтында йыйылған ҡомартҡылар менән дә таныштырҙы.
Музейҙан һуң паркта йөрөнөк. Ундағы хәрби техникаларҙы ҡараныҡ, ситтән Ағиҙел йылғаһының матурлығына һоҡландыҡ.
Хәрби Дан музейына сәйәхәт онотолмаҫ хәтирәләр, йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Әлиә Муллагилдина,
“Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йортоноң художество етәксеһе.
Автор фотоһы.