

77 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы тамамланды. 9 Май — Муллаҡай ауылында иң ҡәҙерле, иң яратҡан байрамдарҙан һанала. Беҙ Еңеү көнөндә һуғыш яланында ятып ҡалған, ғүмерен биргән һалдаттарҙы иҫкә алабыҙ һәм уларға оло рәхмәтлебеҙ.
Муллаҡай ауылында яу ҡорбандары, һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә байрам сараһы ойошторолдо. Ауыл халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларының, яҡындарының фотоһүрәттәрен тотоп “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашты. Һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташ янындағы майҙанда тантаналы митинг үтте. Байрам концерты ла тәҡдим ителде.
Зәлифә Фәйзуллина,
“Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе.
Муллаҡай ауылы.
Автор фотоһы.