

Бейеү кешене йәшәртә, дәртләндерә, илһамланып йәшәргә ҡанат ҡуя. Районыбыҙҙың мәҙәни тормошонда бейеү ансамблдәре төп урынды биләй. Беҙҙе республика кимәлендә танып торалар.
Район мәҙәниәт йортонда Рәсимә Мөхәмәтйәрова етәкләгән “Хазина” бейеү ансамбле нисә йыл рәттән “Байыҡ” конкурсында ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Рәсәй, республика, төбәк-ара бәйгеләрҙә, фестивалдәрҙә лә үҙҙәрен һынатмай.
2015 йылда мәҙәниәт йортона Алеся Хәсәнова килгәс, бейеү төркөмдәренең һаны артып китте.
— Алеся, бөгөн һеҙҙең нисә төркөмөгөҙ бар?
— Әлегә өс коллектив менән эшләйем. “Йәйғор” (11-14 йәштәге үҫмерҙәр), “Алтынай” — парлы бейеү ансамбле (14-17 йәштәгеләр) һәм “Йәшлек” (30-60 йәштәгеләр) төркөмдәре.
— Беҙгә күсеп килгәс, бейеүсе, уҡытыусы булараҡ ижади эшмәкәрлелегеҙҙе нимәнән башланығыҙ?
— Мәҙәниәт йортонда ойошҡан коллектив, үҙ эшенең оҫталары булған кешеләрҙең тупланыуы, бейеүселәрҙең әүҙем һәм уңышлы эшмәкәрлек итеүе яҡшы этәргес бирҙе. Шуға күрә улар менән тиҙ арала хеҙмәттәшлек итә башланым. Мәктәптәргә барып, “Йәйғор” бейеү ансамблена балалар йыйыҙым. Яңы репертуар төҙөнөм, башҡорт халыҡ бейеүҙәренән тыш, башҡа милләт бейеүҙәрен дә индерҙем. Йәштәрҙе бейеү сәнғәтенә ылыҡтырыу, өйрәтеүҙе алғы планға ҡуйып, шул йүнәлештә киттем.
— Бейеү дәрестәрен нисек ойоштораһығыҙ?
— Бейеү сәнғәте бик серле, нәзәкәтле һәм ҡатмарлы. Башта һәр хәрәкәттең мәғәнәһен аңлатам, тарихын һөйләйем. Ғөмүмән, башҡорт бейеүендә һәр хәрәкәт нимәне лә булһа аңлата. Был милли бейеүебеҙҙең тәрәнлеге хаҡында һөйләй. Башҡорт бейеүенең һәр хәрәкәте, классик элемент булараҡ, профессиональ яҡтан ныҡ үҫешкән. Бының өсөн беҙ Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровҡа ифрат рәхмәтлебеҙ. Заманында ул башҡорт бейеүенә нигеҙ һала, ансамбль төҙөп ебәрә. Был хаҡта барыһы ла беләлер.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер, башҡорттарҙа шап-шоп һикергеләгән хәрәкәттәр юҡ, унда һәр элемент нигеҙле. Башҡа халыҡ бейеүҙәрен дә ошо тәртиптә үҙләштерәбеҙ. Әйтергә кәрәк, уларҙың ҡайһыларында хәрәкәттәр ябай ғына бейелә.
Бейеүҙәрҙе өйрәнгәндә йәнле аралашыу бара. Хәрәкәттәрҙе күрһәтәм, ҡулдарҙы, аяҡтарҙы төҙәтәм. Өйрәтеү — бер, аҙаҡтан ҡабатлауҙар эшләп, бейеүҙе нығытып ҡуябыҙ. Бейеү дәрестәре сыҙамлылыҡ, ныҡышмалыҡ талап итә һәм, иң мөһиме, теләк кәрәк.
— Ҡаҙаныштарығыҙ һәм маҡсаттар…
— Бейеү төркөмдәре менән уңышлы эшмәкәрлек итәбеҙ. Һуңғы арала Хәсәнов Иҙелдең яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүе ҡыуандыра. Егетебеҙ ысын мәғәнәһендә бейеү донъяһында иркен “йөҙә”. “Йәйғор”, “Йәшлек”, “Алтынай” ҙа, башҡа йылдарҙағыса, ал бирмәй. Мартта Белорет районының Шығай башҡорт мәҙәни үҙәгендә алтынсы йыл рәттән уҙғарылған Башҡортостандың халыҡ артисы, һәләтле хореограф Риф Ғәбитов призына “Еҙ үксә” бейеү конкурсында “Алтынай” бейеү ансамбле III дәрәжәле дипломға, И.Хәсәнов “Өмөт” номинацияһына лайыҡ булды. Апрель айында Милли кейем көнө айҡанлы Өфөгә барҙыҡ. Унда ҙур концертта “Дуҫлыҡ” һәм латыш халыҡ бейеүен күрһәттек. Киләсәктә кескәйҙәр менән парлы бейеү коллективы төҙөргә, күсмә концерттар менән гастролдәргә сығырға хыялланам.
Үҫмерҙәр менән эшләй башлағас, шуны һиҙеп ҡадым — ҡыҙығыраҡ сюжетлы, замансараҡ бейеүҙәр уларға нығыраҡ оҡшай. Йәштәрҙең, балаларҙың теле менән һөйләшергә, ниндәй музыка яратыуҙарын, нимәгә өҫтөнлөк биреүҙәрен белеү ҙә артыҡ булмаҫ. Ғөмүмән, уларҙы аңларға, ҡолаҡ һалырға, серҙәш һәм дуҫ булырға кәрәк.
Бейеү — минең өсөн үҙе бер тормош. Бейеүсе ул һөнәр түгел, тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләт. Балаларым да үҙемә оҡшағандар. Тырыштар, уңғандар, сәмселдәр, алсаҡтар. Бейергә лә, яҡшы уҡырға ла, өйҙә ярҙам итергә лә өлгөрәләр. Сәхнәлә үҙҙәрен ысын артистар кеүек хис итәләр, бер ҙә оялмайҙар. Районыбыҙҙағы бер концерт та уларһыҙ уҙмай. Бер-беребеҙҙе күрмәй торһаҡ, һағынышып осрашабыҙ.
Ҡабатлап әйтәм, бейеү еңел түгел. Кем дә кем уны ярата, сабырлығы етә — шундайҙар ғына ансамблдә тороп ҡала. Балалар репетицияларҙы ҡалдырмаҫҡа тырыша. Һуңға тиклем бейеһәк, йәһәт кенә сәхнә уртаһында уҡ сәй эсеп алабыҙ ҙа артабан күнекмәне дауам итәбеҙ. Шундай сыҙамлы беҙҙең бейеүселәребеҙ! Ата-әсәйҙәрҙең дә бында өлөшө ҙур. Улар ярҙамында йәш быуыныбыҙ мәҙәниәткә яҡыная.
Быйыл, Алла бирһә, бер егетебеҙ сәнғәт юлын һайлаясаҡ. Минең өсөн был ҙур шатлыҡ, үҙебеҙҙең бейеүсебеҙ буласаҡ бит! Уға уңыштар теләйбеҙ.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Дилара Фәтихова әңгәмәләште.
А.Хәсәнова тарафынан ебәрелгән фото.