Инйәр
+8 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
1 Июня 2022, 06:02

“Беҙҙең урам балалары” конкурсына

Ғаилә архивында ятҡан ҡәҙерле бала саҡ фотоһын тәҡдим итәм.

“Беҙҙең урам балалары” конкурсына“Беҙҙең урам балалары” конкурсына
“Беҙҙең урам балалары” конкурсына

Ғаилә архивында ятҡан ҡәҙерле бала саҡ фотоһын тәҡдим итәм. Береһенә лә алдан хәбәр итмәнем — көтөлмәгән бүләк булһын әле.

1974 йылда уҡырға төшкән йыл үҙебеҙҙең урам “команда”һы менән Архангелдән ауылға килгән фотограф алдына килеп баҫтыҡ та бер һүҙ әйтмәй тик торабыҙ. Әйтер инек, фотоға төшкө килә, тик русса белмәйбеҙ. Рус ағай бала-сағаның фотоға төшкөһө килгәнен аңлап ҡалды буғай. Ҡыҙҙарҙы алға ултыртып, малайҙарҙы артҡа баҫтырып теләгебеҙҙе тормошҡа ашырҙы. Эй, ҡыуандыҡ  шул саҡ!

Рәсемдә минең бала саҡ дуҫтарым, икәүһе класташым. Ултыралар: көләпәрәле пальтола — Шәйбәкова Айһылыу, уртала — Низамова Гөлфирә, аҡ яулыҡлы ҡыҙ — Фәйзуллина Рәсимә, һалдат кеүек текә баҫып торған малай  — Шәмсетдинов Ғәфүр, иң бәләкәйе — Низамов Хәйҙәр.

 Бөгөн барыбыҙ ҙа ғаиләле, балалар үҫтерҙек һәм үҫтерәбеҙ, ауылыбыҙҙың, районыбыҙҙың, Республикабыҙҙың лайыҡлы кешеләребеҙ.

Был конкурс өсөн рәхмәт, ошо фотолар аша бала саҡҡа әйләнеп ҡайтабыҙ.

Айһылыу Шәйбәкова.

Аҙау ауылы.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас