

Сентябрь көндәренең береһендә ауыл ирҙәре тағылма эленгән “Т”-150 тракторында бер ауылдан икенсеһенә буш һөт филәктәре тейәп китеп бара. Һауа торошо йылы, салт аяҙ күктә бер болот әҫәре юҡ. Кәйефтәр ҙә күтәренке. Күршеләрҙән алынған бер шешә көмөшкә быларға тынғы бирмәй бит! Аҙмы-күпме ер үткәс, ирҙәр туҡталып, тегене эсеп алырға, бер юлы тамаҡ ялғап алырға була. Урман ситенә килеп еткәс, үләнгә фуфайкаларын түшәйҙәр, ашамлыҡтарын һәм, әлбиттә, көмөшкәне сығаралар. Кабинала туҙанланып бөткән стакан да табыла. Берәүһе күлдәгенең итәге менән ышҡып таҙартып, шешәне асып та ебәрә.
Инде уңайлы ғына итеп ултырып, табынға тотонорға ғына иткәндә ҡабыл урмандан уларға табан айыу сабып килмәһенме! Ирҙәрҙең башына иң беренсе булып тиҙерәк тракторҙың кабинаһына һикерергә, тигән уй килә. Икенсеһенең кабинаға инеп, ишеген ябып өлгөрөүе була, айыу гөрһөлдәп ишеккә бәрелеп, үткер тырнаҡтары менән уны аҡтарып та ала. Фуфайка өҫтөндө түгелгән көмөшкә менән ашамлыҡтар тороп ҡала. Ә айыу ризыҡҡа иғтибар ҙа итмәй, тракторҙы уратып йөрөй, ирҙәргә ташланырға итә.
Йыртҡыс, бәлки тракторҙың тауышынан ҡурҡыр, тип уны ҡабыҙып ҡарайҙар. Тик бушҡа, тайыш табан уларҙан бер тотам да ҡалмай баҫтырып килә лә килә. Әллә ҡурҡыуҙарынан, әллә түгелеп, әрәм булған көмөшкә өсөн асыуҙары ҡабарған ирҙәр ҡапыл ғына газға баҫып, айыуға ҡаршы бара башлай. Трактор бәләкәй түгел, етмәһә, алдына тимер швеллер беркетелгән. Швеллергә ныҡ итеп бәрелгән хайуан тәүҙә трактор, һуңынан тағылма аҫтына инеп китә. Йәрәхәтләнгән көйө тағы ла 30 метрлап йүгереп, хәлһеҙләнгән кәүҙәһе дөрҫ итеп ергә ауа. Айыу ғазапланып, оҙаҡ үлә алмай йонсоп ята.
Ҡобаралары осҡан ирҙәр табандарын ялтырата. Ауылға ҡайтып еткәс барыһын да етәкселеккә һөйләп бирәләр. Шул көндө үк участка милицияһы һәм егер етәкселегендә хәлде тикшереү өсөн төркөм йыйыла. Фажиғә булған ергә килгәс, улар үлгән айыу менән осраша. Күкрәгендә пулянан үтәгә тишелгән яраны күреп ҡалалар. Уға ҡарышлауыҡтар ҙа эйәләй башлаған. Ниндәйҙер һунарсы тракторсыларға тиклем үк уны яралап өлгөргән була. Ярһыған айыу һыҙланыуҙарға түҙмәй тәүге осраған кешеләренә ташланып үс ала. Теге һунарсы бөгөн иҫәнме икән, билдәһеҙ.
Айыуҙың был ҡылығы күп нимә тураһында етди уйланырға мәжбүр итте. Урман хужаһы ҡотороу сире менән ауырыһа ни эшләргә? Бәләнән баш-аяҡ, тип уны экскаватор ярҙамында тәрән соҡорға күмеп ҡуялар. Был хәл шуның менән тамамлана.
Фәйез Саттаров.
Тәүәкәс ауылы.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.