

Зәйет ауылында Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар обелискыһына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Сарала ауыл халҡы, район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, Ҡыҙыл Еҙем ауыл хакимиәте башлығы Владимир Антипин һәм башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ҡунаҡтар ҡатнашты.
Зәйет ауылында урынлашҡан был таҡта ташҡа бөгөн яңы исемлек индерелгән. Бер яғында яуға китеп, һәләк булғандарҙың исем-шәрифтәре яҙылһа, икенсеһендә — Еңеү яулап, тыуған ауылдарына ҡайтҡандарҙыҡы теркәлгән.
Обелискыны йүнәтеүҙә Стәрлетамаҡ районы шәхси эшҡыуары, КФХ етәксеһе Ҡасим Ишембаев менән Зәйет мәктәбе уҡытыусыһы Зәғәфүрән Ғафаров күп көс һалды.
Зәғәфүрән Сәмиғулла улы 2020 йылдың апрелендә үк мемориал таҡтаны яңыртыу кәрәклеге тураһында хәбәр иткән ине. Уны халыҡ дәррәү күтәрҙе. Ауылдашыбыҙ Шәкүрә Арҫланова исемлек төҙөнө. Иҫтәлекле урынды төҙөкләндереү өсөн халыҡтан аҡса йыйыуҙа Сәкинә Рамазанова (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм инде), Ләйлә Усманова, Сәриә Рамазанова әүҙемлек күрһәтте. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемлеген төҙөүҙә Гөлшат Ғилманова, Илүзә Ғафарова, Сәриә Рамазанова тырышты. Ҡалған ауылдаштарыбыҙ ҙа был изге эштән ситтә ҡалманы. Район хакимиәте һәм Ҡыҙыл Еҙем ауыл хакимиәте лә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Һөҙөмтәлә, ауылыбыҙҙың иҫтәлекле урыны яңы һулыш алды.
Мәртәбәле сараға килгән етәкселек, ҡунаҡтар зәйеттәрҙе байрам менән ҡотлап, совет һалдаттарының данын мәңгеләштереүҙә эшмәкәрлек иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Илүзә Ғафарова,
Зәйет ауылы.