

Борон кәләштең һандығына ҡарап, уның бирнәһе күҙаллаған. Ул ҙур булһа, тимәк кәләш тә бай, тип һаналған. Бирнәләге әйберҙәрҙең үҙ ҡулдары менән эшләнеүе бигерәк хупланған. Шуға күрә йәш ҡыҙҙар кис ултырып сигеү, ҡайыу, бәйләү менән шөғөлләнгән.
Заманалар үҙгәрә килә боронғо көнкүреш кәрәк-яраҡтары, биҙәүестәр һәм башҡалар бер мәл кәрәкһеҙ табылып, һандыҡ төбөндә урын алды. Ләкин бөгөн улар яңынан тергеҙелә башланы. Был, әлбиттә, ҡыуандыра.
Был көндө бала-саға, үҫмерҙәр ошо тарихи ҡомартҡылар менән яҡындан танышты, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ололарҙың һөйләгәндәрен тыңланы, һорауҙар бирҙе. Һандыҡтағы нағышланған зауыҡлы әйберҙәрҙе тотоп ҡараны.
Шулай итеп, быуындар күсәгилешлелеген сағылдырған, туған телде бар нескәлегендә, милли йола-ғөрөф-ғәҙәттәрҙе быуындан-быуынға тапшырыуға ҡоролған осрашыу матур һәм ойошҡан үтте.
Зәкиә Хисамова,
Аҙау ауыл клубының художество етәксеһе.