Инйәр
+18 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
9 Ноября 2021, 04:40

Төҙөклөк — хәүефһеҙлек нигеҙе

Үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмаларының мөмкин тиклем күберәк һанын техник тикшереүгә биреүҙе тәьмин итеү, агросәнәғәт комплексы предприятиеларының күҙәтеү аҫтындағы техникаһын хәүефһеҙ эксплуатациялау, кешеләргә аңлатыу, профилактика эше уҙғарыу мәсьәләләре һәр саҡ көнүҙәктә.

АвторАвтор
Фото:Автор

Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов эш сәфәре менән Архангел районында булды.

Ул бында район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, уның урынбаҫары Азамат Нарбутин һәм дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының баш инженер-инспекторы  Сергей Палтусов менән осрашты. Ринат Сәхий улының килеүенең маҡсаты — райондағы үҙйөрөшлө машиналарҙың, уға тағылмаларҙың торошон ентекле тикшереү һәм уларҙы хәүефһеҙ эксплуатациялауҙы тәьмин итеү. Шулай уҡ 9 ай эсендә урындағы техник күҙәтеү инспекцияһы бүлексәһенең эш һөҙөмтәләренә байҡау яһалды. Уның физик шәхестәрҙең үҙйөрөшлө машиналарын һәм тағылмаларҙы иҫәпкә алғанда ауыл хакимиәте башлыҡтары менән хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгенә алынды.

Атабан Р. Ғәлимов райондың юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм Ауырғазы күп профилле техникумының Архангел филиалы уҡытыусылары һәм студенттары  менән осрашты. Әңгәмә ваҡытында абруйлы ҡунаҡ дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының маҡсаттары, бурыстары, ойошманың тарихы, эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте. Тракторист-машинист һөнәре, уның әһәмиәте һәм үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Дәүләт граждан хеҙмәте темаһы ла ситтә ҡалманы. Фекер алышыу йәнле барҙы.  Һөҙөмтәлә, был көн ваҡиғаларға һәм файҙалы мәғлүмәттәргә бай булды.

Илшат Шәрәфетдинов,

мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас