Инйәр
+23 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
27 Октября 2021, 05:50

Ысын мәҙәниәт үҙәге

Китапхана элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын. Китапханасы һөнәре бик яуаплы, сөнки ул халыҡ менән эшләй. Ул — педагог та, психолог та, әйҙәүсе лә, артист та.

Асыҡ сығанаҡтарҙанАсыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

Китапхана элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын. Китапханасы һөнәре бик яуаплы, сөнки ул халыҡ менән эшләй. Ул — педагог та, психолог та, әйҙәүсе лә, артист та.

Бөгөнгө көндә район мәктәптәрендә бөтәһе 17 китапхана эшмәкәрлек итә. Был китапханаларҙа бөтәһе өс мөдир, 11 китапханасы һәм китап фонды өсөн яуаплы уҡытыусылар хеҙмәт итә. Мәктәп китапханалары ҡаршылыҡтарға ҡарамай, ярайһы уҡ уңышлы эшләп килә. Фондта 15 меңдән ашыу китап тупланған.

Йыл да мәктәптәргә уҡыу әсбаптары һатып алыу өсөн республика бюджетынан федераль комплекттарға аҡса бүленә. Был суммаға һәр уҡыусыға 1500 һум аҡса иҫәбенән китаптар, уҡыу ҡулланмалары һатып алына. Быйыл был сараға барлығы 3264000 һум аҡса бүленде һәм УМЦ “Эдвис” аша база яңыртылды.

Шулай уҡ мәктәптәр “Китап” нәшриәтендә баҫтырылған китаптар һәм уҡыу әсбаптары менән бушлай ҙа тәьмин ителә.

Беҙҙең китапханаларҙа балалар яңы гәзит һәм журналдар менән таныша ала. Улар китап менән уҡыусы араһын яҡынайтып, кеше күңелен рухи яҡтан байытып, аң-белемгә әйҙәй.

Матбуғат баҫмаларына урындағы бюджеттан йыл да аҡса бирелә һәм районыбыҙҙың бөтә мәғариф учреждениеларына ла районыбыҙ, республикабыҙ баҫмалары алдыра.

Бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә телдең, милләттең сафлығы һағына баҫҡан мәктәп китапханасылары заман менән бергә атларға, мәҙәни усаҡҡа  килеүсе уҡыусыларҙың талаптарын үтәргә тырыша. Бөтә сараларҙа ла ихлас ҡатнашыусы хеҙмәткәрҙәрҙе әйтеп үтке килә — Гөлсөм Дәүләтова, Филүзә Ғиззәтуллина, Гүзәл Хәлиуллина, Венера Ғәрифуллина, Рәфинә Ғәлиәкбәрова, Гөлфиә Аҫылбаева.

Китапханасы мәктәптә телсе лә, әҙәбиәтсе лә. Балаларҙа уҡыуға һөйөү һәм ихтирам уятыу өҫтөндә лә даими эштәр алып бара, төрлө алымдар ҡуллана. Бында йыл буйына яҙыусы, шағирҙарҙың, билдәле шәхестәрҙең юбилейҙарына, шулай уҡ исемле һәм иҫтәлекле даталарға сағыу күргәҙмәләр, стендтар, буклеттар эшләнә, сценарийҙар төҙөлә. Республика һәм район күләмендә үткәрелгән төрлө әҙәби сараларҙа, акцияларҙа, конкурстарҙа, флешмобтарҙа улар әүҙем ҡатнаша. Күренекле шәхестәр, билдәле әҙиптәр тураһында саралар, яңы китаптарҙың исем туйҙары үткәрелеп тора. Яңыраҡ Милли кейемдәр көнө акцияһы, Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған саралар, “Мостай уҡыуҙары” һәм матбуғатҡа яҙылыу көндәре ойошторолдо. Ошондай күркәм саралар беҙҙең китапханаларҙа йыш үткәрелә.

Киләсәктә лә телебеҙҙе һаҡлау, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләүҙә китапханалар ҙур өлөш индерер, үҙ уҡыусыларын ишәйтер тип ышанғы килә.

Лена Садиҡова,

мәғариф бүлеге методисы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас