Инйәр
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
25 Октября 2021, 09:49

Ноябрҙә пенсия нисек таратыласаҡ?

Башҡортостанда 2 ноябрҙән ағымдағы айға пенсияны һәм социаль түләүҙәрҙе таратыу башлана, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһенән.

Асыҡ сығанаҡтарҙанАсыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

 Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендә белдереүҙәренсә, 4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә почта элемтәһе ойошмалары аша таратылырға тейешле пенсия һәм башҡа  социаль түләүҙәр ваҡытынан алда, 2, 3  ноябрҙә бирелә.

“Артабан аҡса билдәләнгән график буйынса таратыла. Аныҡ даталары октябрь квитанцияларында яҙылған, — тип өҫтәнеләр Пенсия фондының республика бүлексәһендә. — Банктарға аҡса тәғәйенләнгән ваҡытта — 2021 йылдың 12 ноябренән  күсерелә”.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, ноябрҙәге дөйөм түләү суммаһы 19,5 млрд. һум тәшкил итә һәм ул финанс яҡтан тулы күләмдә тәьмин ителгән.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас