

“Халыҡтар күп — илебеҙ берәү!” лозунгы аҫтында алтынсы тапҡыр “Ҙур этнографик диктант” Халыҡ-ара ағартыу акцияһы үтәсәк. Акция 3 ноябрҙән 7-һенә тиклем онлайн форматта www.miretno.ru сайтында ойошторола һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала.
Диктант кешенең этнографик белем кимәлен, уның Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһында нимә белеүен генә асыҡлап ҡалмай, ә иғтибарын милләт-ара татыулыҡ һәм дуҫлыҡ мәсьәләһенә лә йүнәлтә.
Диктантта Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Уны рус телендә, шулай уҡ өс сит телдә - инглиз, испан һәм ҡытайса - яҙырға була.
Эштәр 2021 йылдың 3 ноябрендә Мәскәү ваҡыты менән төнгө 12-лә Ҙур этнографик диктанттың рәсми сайтында баҫыласаҡ.
Бөтә заданиеларҙы ла эшләгән өсөн максималь баллдар суммаһы – 100. Диктантты үтеү өсөн 45 минут ваҡыт бирелә.
Диктантты үткәндән һуң һәр бер ҡатнашыусы яуаптар анализы менән шәхси һөҙөмтәһен ала. Йыйылған балдар күрһәтелгән ҡатнашыусы сертификаты электрон почтағыҙға килә.