

“Аҫҡын” крәҫтиән-фермер хужалығы Максим Горький ауылынан 8,5 саҡрым алыҫлыҡта Аҫҡын йылғаһы эргәһендә урынлашҡан. Уның етәкселәре Илшат Рәил улы Латипов һәм Руслан Рөстәм улы Хабибуллин 2017 йылда балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеп, был кәсепте киңәйтеү маҡсатынан тәбиғәттең хозур ерендә эшмәкәрлектәрен башлай. Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, бөгөн балыҡҡа, унан етештерелгән продукцияға ихтыяж ҙур.
— Балыҡсылыҡ, туризм йүнәлеше буйынса шәхси предпиятие асыу теләге беҙҙе Архангел районына килтерҙе. Аҫҡын ауылы ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырыр өсөн һәр яҡлап та уңайлы урын, тип табылды. Бында тәбиғәт иҫ киткес матур.
Тейешле документтарҙы йыйып, биләмәне ҡуртымға алғас та, тәүге көндәрҙән үк участканы төҙөкләндерергә тотондоҡ. Бөгөн унда өс быуа һәм бер тондороу быуаһы бар, һыу үткәреү коммуникациялары тергеҙелгән. Был тармаҡ байтаҡ сығымдар талап итһә лә, алдағы көндәргә ҙур өмөт бағлап ҡарайбыҙ.
Балыҡсылыҡ фермаһының проект ҡеүәте — йылына 20 тонна бағыр һәм бикре балығы алырға. Өҫтәмә йүнәлеш — һөмбаш, бәрҙе, алабалыҡтарҙың популяцияһын тергеҙеү һәм үрсетеү. Киләсәктә бында урындағы халыҡ өсөн өҫтәмә эш урындары булдырыласаҡ.
Балыҡ фермаһынан тыш, балыҡсылыҡ менән бәйле туристик сервисты ла алып барасаҡбыҙ. Әлеге мәлдә ресторан төҙөйбөҙ. Шулай уҡ тау-саңғы базаһын асыу күҙаллана, — тип таныштырып үтте Илшат Рәил улы.