Инйәр
+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
19 Октября 2021, 11:26

Алина Ғилманова грантлы булды!

Башҡортостанда 2022 йылдан ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар һаны ике тапҡырға — 100 уҡытыусынан 200-гә тиклем арттырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Асыҡ сығанаҡтарҙанАсыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

2019 йылдың июлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәш, перспективалы ауыл уҡытыусыларын дәртләндереү өсөн үҙенең указы менән 600 мең һум күләмендә грант булдырҙы. Грантҡа ауыл ерендә урынлашҡан мәктәптә ике йылдан ашыу эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итергә мөмкин (ундағы халыҡ һаны 10 000 кешенән артмаҫҡа тейеш).

2020 йылда гранттың суммаһы 690 мең һумға тиклем арттырылды. Матди ярҙам ауыл уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған йәш белгестәр өсөн ҙур дәртләндереү сараһы һанала.

— Районыбыҙҙан был грантҡа Тирәкле мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алина Харис ҡыҙы Ғилманова лайыҡ булды. А.Ғилманова тәүге йылдарҙа уҡ үҙен һәләтле, дәртле, балаларға янып белем һәм тәрбиә биреүсе уҡытыусы итеп күрһәтте. Уның тәрбиәләнеүселәре район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулап тора. Үҙе лә һөнәри бәйгеләрҙән ситтә ҡалмай. 

Уҡыусыларын ижади фекерләүсе, һәләтле шәхес итеп тәрбиәләүҙә, уҡытыу-тәрбиә эштәрен ойоштороуҙа әленән-әле яңы формалар, алымдар  ҡуллана.

Грантҡа өлгәшкән һәләтле мөғәллимәне еңеүе менән ҡотлап, эшендә уңыштар теләйбеҙ, — тине район мәғариф бүлеге методисы Лена Садиҡова.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас