

Оҙондар ауылы биләмәһендә йәмәғәт эштәре дәррәү башҡарыла. Шуларҙың береһе янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бөгөн көнүҙәктә. Йылытыу миҙгеле башланыу менән уға икеләтә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк. Ай һайын ҡаралған график буйынса күп бала тәрбиәләгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙе, оло йәштәгеләрҙе һәм яңғыҙаҡтарҙы береһен дә ҡалдырмай йөрөп тикшереп сығабыҙ. Янғын сығыуын иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙың, йылытҡыстарҙың, мейестәрҙең төҙөклөгөн ҡарайбыҙ. Әйткәндәй, иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙың батарейкалары район үҙәгендәге “Осһоҙ хаҡтар”, “Йыл миҙгелдәре” магазиндарында табып була.
Ковид инфекцияһын иҫкәртеү, вакцинация яһатыу хаҡында ла әленән-әле аңлатып торабыҙ.
Ошо арала һалым түләүгә белдереүҙәр тарата башлаясаҡбыҙ. Был үҙе оло, яуаплы эш. Бурыслылар менән һөйләшәбеҙ, бөтөнләй түләргә теләмәүселәргә киҫәтеүҙәр яһайбыҙ. Ғөмүмән, халыҡ менән уртаҡ тел табырға, аңлашырға тырышабыҙ.
Миләүшә Төлкөбаева,
Оҙондар ауыл биләмәһенең идарасыһы.