Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
18 Октября 2021, 07:13

Яҡташыбыҙ еңеү яуланы!

Үткән аҙнала Өфөлә “Ҡаурый ҡәләм” республика әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Асыҡ сығанаҡтарҙанАсыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

Үткән аҙнала Өфөлә “Ҡаурый ҡәләм” республика әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл ул яҙыусы һәм журналист  Сергей Довлатовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға бағышланды.

Мәртәбәле бәйгелә Ҡыҫынды ауылынан Раушан Хәзиәхмәтов та үҙ көсөн һанап ҡараны. Конкурста барлығы 90 кеше ҡатнашты. Яҡташыбыҙ,  шарт буйынса, баһалама комиссияһы хөкөмөнә шиғырҙар шәлкеме тәҡдим итте. Еңеүселәр дөйөм йыйылған балдар иҫәбенән сығып билдәләнде. Һөҙөмтәлә, уның төрлө темаларға яҙылған 15 ижад емеше иң яҡшылар иҫәбенә инде һәм башҡорт телендә “Поэзия” номинацияһында беренсе урынды яуланы.

Белеүегеҙсә, Раушан Хәзиәхмәтов районыбыҙҙың билдәле һәүәҫкәр шағиры. Уның “Хәл белергә ҡайт туған” (Нәзирә Ишҡолова музыкаһы), “Ҡалыр инем”, “Һүҙ көсө” (Флүрә Шәрипова) һәм башҡа байтаҡ шиғырҙарына йырҙар яҙылған. Бөгөн ул Ҡыҫынды ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас