

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың көндәлек тормошона һоҡланмау мөмкин түгел! Улар донъя көтә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем, бала ла тәрбиәләй, ирҙәренә лә яғымлы ҡатын, ҡулдарында ут уйнатҡан өлгөр һәм уңған хужабикә лә.
Аҙау ауылында тыуып, бөгөн Көмәрлелә ғүмер иткән Динара Саный ҡыҙы Сәйғафарова ла тап бына шундайҙарҙан.
Байтаҡ йылдар элек ул мәктәпте тамамлап, Стәрлетамаҡ ҡалаһына юл тота. Эш мәғәнәһен белеп, тир түгеп үҫкән ҡыҙ белемен һөнәрселек училищеһында дауам итә. Төҙөүсе-маляр һөнәренә эйә булып, ошонда уҡ хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Төҙөлөштә тир түккән ваҡытта буласаҡ тормош иптәше Раян Йомадил улы менән танышып, сәстәрен-сәскә бәйләй һәм Стәрлетамаҡта төпләнә. 10 йыл ҡала тормошонда ҡайнағандан һуң Сәйғафаровтар Архангелгә ҡайта. Динара Саный ҡыҙы бында ПМК-ға (төҙөлөш ойошмаһына) эшкә урынлаша һәм 15 йыл тоғро хеҙмәт итә.
Ҡыҙҙары Альбина һәм улдары Руслан да ата-әсәләренә оҡшап егәрле, тәртипле булып үҫә. Бөгөн Альбина өс бала әсәһе, Русландың да үҙ ғаиләһе бар, ул ике балаға атай.
— Йәш саҡта ғүмерҙең уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Әле генә сабыйҙарыбыҙ сыр-сыу килеп йүгерешеп йөрөйҙәр ине, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәребеҙ мәж килә. Ирем менән балаларыбыҙға матур тәрбиә, белем бирергә тырыштыҡ. Шуның емешен бөгөн татыйбыҙ — Аллаға шөкөр ҡыҙыбыҙ менән улыбыҙ шатландырып ҡына тора. Бер ваҡытта ла яңғыҙыбыҙ ҡалғаныбыҙ юҡ. Әле берәүһе, әле икенсеһе килеп, хәлдәребеҙҙе белә, ярҙам итә.
Төҙөлөштә эшләгән мәлдә арып ҡайтһам да ваҡыт табып яратҡан шөғөлдәрем — ҡайыу, сигеү, бәйләү менән булаша торғайным. Улар менән ҡыҙыҡһыныуым бала саҡтан. Хаҡлы ялға сыҡһам рәхәтләнеп ҡул эштәренә, бигерәк тә милли биҙәүестәргә ултырасаҡмын тигән хыял менән йәшәп килдем. Оҫта ҡуллы, бай фантазиялы гүзәл заттар мине аңлар.
Бөгөн хыялымды тормошҡа ашырам. Милли биҙәүестәр эшләүгә бер нисә йыл элек кенә тотоноуыма ҡарамаҫтан, селтәр, түшелдеректәр яһау буйынса оҫтарып киләм. Күҙҙең яуын алған һаҡал, селтәрҙәрҙе эшләү түҙемлек һәм ныҡышмалылыҡ талап итә. Үҙем белгәндәрҙе ейәнсәрҙәремә, башҡа теләүселәргә тапшырам, ауыл клубында оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторам.
Милли биҙәүестәр һуңғы йылдарҙа киң ҡулланыла. Улар бик үк һатыуҙа булмағас, ҡулдан яһап тағырға тура килә. Һораған кешеләргә лә эшләп бирәм. Матур булыу һәм моданан ҡалышмау теләге ҡатын-ҡыҙға ижад итеү мөмкинлектәрен аса. Күңел йылыһын, күҙ нурын түгеп эшләнгән әйбер бер ваҡытта ла ҡиммәтен юғалтмай.
Эшләһәң ҡыҙығаһың, бер әүрәп китһәң, баш баҫып тик ултыраһың. Сәйлән, төҫлө еп, таҫмалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы район үҙәгендәге һатыу нөктәләренән алам. Ауылыбыҙҙың “Ҡайнауыҡ” фольклор төркөмө ағзаһымын. Тормош иптәшем менән төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашып торабыҙ. Ғөмүмән, икебеҙ ҙә матурлыҡ тыуҙырырға яратҡан, сәләмәт тормош алып барған әүҙем кешеләрбеҙ.
Аш-һыуға килгәндә, минең ҡоймаҡтарымды барыһы ла маҡтай. Ҡөръән аштарына, башҡа мәжлестәргә лә бешереп биреүемде һорайҙар. Бәлеш, мантыларым ғаилә ағзаларымдың иң яратҡандары, — тип һөйләп үтте оҫта ханым.
Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәренән ваҡыт табып, боронғоно яңынан тергеҙеп, өйрәнеп, үҙенең күңеленә ятҡан шөғөл тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға “афарин” тибеҙ.
Уларҙың барыһына ла артабан да ғаилә усағын һүндермәй, ауыл тормошона йәм һәм ҡот өҫтәп йәшәүҙәрен теләргә генә ҡала.
Динара Саный ҡыҙы бешергән ҡоймаҡ рецебы:
1 аш ҡалағы сүпрә, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 3 йомортҡа, 2 стакан йылы һөт, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы. Кәрәгенсә он, ныҡ ҡуйы булмаһын. Барыһын да бергә туғып 3 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға, ул күпереп сығырға тейеш. Артабан аш содаһын һеркәлә һүндереп болғатырға. Тағы туғып алғандан һуң, ҡоймаҡты бешерә башлаһаң да була.