

Инйәр ауыл биләмәһендә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Нарбутин етәкселегендә урындағы умартасыларҙың йыйылышы ойошторолдо. Унда “Алтын Солоҡ” умартасылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм алға ебәреү буйынса төбәк-ара үҙәк коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы вәкилдәре лә саҡырылды.
“Алтын Солоҡ”тоң етәксеһе Марат Вафа улы Хәсәнов сығышында юғары сортлы, сифатлы бал етештереү өсөн башҡорт тоҡомло ҡорттарҙы күҙ ҡараһындай һаҡлау, уларҙы артабан үрсетеү, ҡортсолоҡ тармағын үҫтереү, донъя баҙарында тағы ла юғарыраҡ кимәлгә сығыу, был өлкәлә заманса алымдарҙы ҡулланыу һәм башҡалар тураһында телмәр тотто. “Юғары кимәлде һаҡлағанда, башҡорт балы донъя баҙарында лайыҡлы урын алһа ғына, беҙ ҡортсоларҙың маҡсатлы, һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыуына өлгәшәсәкбеҙ,” — тине ул.
Эшлекле осрашыуҙа шулай уҡ республика биләмәһендә саф тоҡомло репродукторҙарҙы етештереү проекты ҡаралды.
Сарала район умартасыларының “Архангел балы” ассоциацияһы ағзалары ла әүҙемлек күрһәтте. Улар бал етештереү, һатыу буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Бындағы бал ҡорттарының үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.
Йыйылышта ауыл эшсәндәренең баҫыуҙарҙы эшкәрткән ваҡытта бал ҡорттарын агрохимикаттар менән ағыулауҙары, ситтән ҡорттар килтереү һәм уларҙың карантинда булыу зоналары кеүек борсоған һорауҙар ҡаралды. Көн тәртибенә индерелгән мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙарҙан һуң, тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.