Инйәр
+23 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
18 Октября 2021, 10:01

“Батшалар майы” беҙҙә лә үҫтереләсәк

Етен орлоғо менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды

Асыҡ сығанаҡтарҙанАсыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

Хужаның иҫәбен баҙарҙағы хаҡ боҙа. Республика ауыл эшсәндәре йыл һайын ошо халыҡ әйтемен иҫәпкә алып эшләргә мәжбүр: ниндәй генә тауар етештерһәң дә, хаҡты баҙар ҡуя. Иген уңған йылдарҙа, уның хаҡы төшөп, ауыл эшсәненең ергә һалған аҡсаһын да сығарып ала алмай ҡалған осраҡтары бар.

Күптән түгел район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Азамат Нарбутин етәкселегендә урында етен үҫтереү буйынса кәңәшмә уҙҙы. Сарала ауыл хужалығы белгестәре һәм крәҫтиән-фермер  хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашты.

Һуңғы йылдарҙа етен етештереүгә дәүләт тарафынан иғтибар артты. Уңайлы һауа шарттарында (ваҡытында дым етеүе, температура) етен гектарынан 2,5-2,8 тоннаға тиклем орлоҡ бирә ала. Етендең майы ла, сүсе лә ҡыйбат, әлбиттә. Элегерәк сүсен әҙәмгә һанамаһалар ҙа, бөгөн ул да күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Ә инде етен майы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бөтә донъя баҙарында ул бик юғары баһалана. Юҡҡа ғына халыҡта үҙен “батшалар майы” тип атамайҙар.

Ултырыш мәлендә ауыл хужалығы предприятиеларын 2022 йылға етен орлоғо менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостан Республикаһында майлы етенде үҫтереү программаһының эшмәкәрлеге арҡаһында төбәктә был культураны етештереү яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Район баҫыуҙарының тупрағы етен үҫтереүгә ҡулайлы.  Шуға күрә башта уҡ унан мул уңыш алыу өсөн яҡшы нигеҙ һалынырға тейеш. Бының өсөн иң беренсе нәүбәттә хужалыҡтарҙа юғары сифатлы орлоҡтарҙы, заманса техникаларҙы булдырырға, тәрбиәләү технологияларын етди  күҙәтергә кәрәк.

Артабан техник культураларға, бөртөклөләрҙе сәсеү майҙанын киңәйтеүгә  ҡағылышлы һәм башҡа һорауҙар күтәрелде. Белгестәрҙең кәңәштәре тыңланды, һорауҙарға яуаптар алынды.

Һөҙөмтәлә, ҡасандыр атай-олатайҙар шөғөлләнгән, хәҙер онотола барған кәсепкә — етен үҫтереүгә  ныҡлап тотонорға, фермерҙарға  ошо тармаҡта ярҙам итергә, тигән ҡарар сығарылды.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас