

Уҡытыусы – ауыр, яуаплы, иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Халыҡ араһында яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә ошо һөнәрҙе һайлайҙыр, тигән фекер йөрөй. Ысынлап та, кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары уҡытыусы күңелендә урын алғандыр. Уҡытыусы — донъяла иң ғәҙел, иң күркәм, иң гүзәл һәм иң сабыр зат.
Тирәкле ауылында Фатима һәм Йыһанур Яппаровтарҙың ғаиләһендә 6 бала тәрбиәләнә. Сабыйҙар кесе йәштән үк тырыш, белемгә ынтылыусан, үткер булып үҫә. Бөгөн улар ысын мәғәнәһендә ата-әсәләренең ғорурлығы. Дүртәүһе уҡытыусы, икәүһе иҡтисадсы һөнәре буйынса намыҫлы хеҙмәт итә. Һәр береһенең яулаған үрҙәре, ғаиләһе, яратҡан шөғөлдәре бар.
Тирәкле мәктәбендә байтаҡ йылдар башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Гөлфиә Тажетдинова ла туғандары кеүек нәҫеленең бәҫен төшөрмәй. Ул 34 йыл балаларға белем һәм тәрбиә бирә.
— 8-се класты тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға инде, тип уйланырға ла өлгөрмәнем, апайым Әлфиә ҡулымдан етәкләп Белорет педагогия училищеһына алып китте. Юл буйы уҡытыусы һөнәренең иң яҡшы, изге һөнөр булыуы тураһында һөйләне, миңә яҡты киләсәк юраны. “Һин һәләтлеһең, уҡытыусы булырға тейешһең”, тине. Апайыма бөтә нимәне лә ышанып тапшырҙым һәм уңдым, тиһәм бер ҙә хата булмаҫ.
1988 йылда тыуған Тирәкле мәктәбенә эшкә ҡайттым һәм әлегәсә ошо белем усағында тир түгәм. Төрлө йылдарҙа төрлө балалар, ата-әсәләр менән эшләргә тура килде. Бөгөн, оло тәжрибә туплаған мөғәллим булараҡ, күп нимәгә икенсе күҙлектән ҡарайым. Замана үҙгәрә, уның менән балалар ҙә, ата-әсәләр ҙә. Шуға күрә беҙ ҙә үҙебеҙ өҫтөндә даими эшләйбеҙ, белемебеҙҙе үҫтерәбеҙ, башҡа уҡытыусылар менән тәжрибәләр уртаҡлашабыҙ.
Уҡытыусы һөнәре матди байлыҡ, наградалар менән генә баһаланмай. Үҙемдең күңелемде, илһамымды биреп башҡарған хеҙмәтемә иң ҙур баһаны мин балалар күҙҙәрендә күрәм.
Уҡытыусылар байрамын көтөп алам. Быйылда, йола булараҡ, мәктәптә үҙидаралыҡ көнөн ойошторабыҙ. Был балалар өсөн ҡыуаныслы һәм тулҡынландырғыс сара. Улар үҙҙәрен уҡытыусы ролендә һынап ҡарай һәм уның ни тиклем яуаплы, етди һәм ауыр булыуын тоя. Ысын уҡытыусы ғына баланың артабан һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға өйрәтә ала.
Ғаиләмә килгәндә, тормош иптәшем, дүрт балам минең ярҙамсыларым, рухи яҡтан көс, дәрт биреүселәр. Бөгөн оло улым ғаиләһе менән Когалымда. Уртансыһы районда Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында уҡый. Кескәйҙәре ауылда 8-се класта белем ала. Тормош иптәшем Харис Ғиндулла улы Себер тарафтарында эшләй.
Ауылда йәшәгәс мал, ҡош-ҡорт аҫрамай булмай. Күпләп ҡаҙ үҫтереүгә ылығып киттек әле. Былтыр 85-те,ә быйыл 70 баш тәрбиәләйбеҙ. Теләк булғанда бар ергә лә өлгөрөп була, — тип үҙе һәм яратҡан һөнөре тураһында һөйләп ишеттерҙе Гөлфиә Йыһанур ҡыҙы.