Инйәр
+6 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
8 Октября 2021, 10:23

Скандинавса атлаусылар һаны ишәйә

Бөгөн ололар ғына түгел, йәштәр ҙә скандинавса атлауҙы һайлай.

Асыҡ сығанаҡтарҙанАсыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

Бөгөн ололар ғына түгел, йәштәр ҙә скандинавса атлауҙы һайлай. Районыбыҙҙа скандинавса атлаусылар һаны йылдан-йыл ишәйә. Хатта ауылдарҙа ла ошо спорт төрө ныҡлап үҫешә.

Архангел ауылының Чкалов скверында “Атлау көнө” дәррәү һәм ойошҡан үтте. Скверҙағы “Сәләмәтлек һуҡмағы”нда Бөтә Рәсәй “Атлау көнө” сиктәрендә скандинавса атлауға ауылдарҙан байтаҡ кеше йыйылды. Ҡатнашыусыларҙың уртаса йәше 40, ә иң олоһона 81 йәш булды. Ойоштороусылар атлауҙан тыш, оҫталыҡ дәрестәре, флэшмоб, төрлө конкурстар уҙғарҙы.

“Алтын юл”, “Файҙалы сәйәхәт”, “Һинең юл” скандинавса атлау клубы вәкилдәре   таяҡ менән атлауҙың дөрөҫ техникаһын күрһәтте, таяҡты нисек һайларға, ҡулдар менән хәрәкәт итергә, этәргә, кәүҙәне тоторға, ниндәй аяҡ кейеме кейергә икәнен өйрәтте, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

 Скандинавса атлау фитнестың төрлө төрҙәрен алмаштыра һәм йөҙөү менән бер рәттә тора, тип тә әйтәләр. Йүгереүселәр, һикереүселәр, велосипедсылар һәм роллерҙарҙан айырмалы, таяҡ менән атлаусылар мускулдарының 90 процентын көсөргәндерә: арҡа, янбаш һөйәге зонаһы, ҡулдар, ҡулбаштар хәрәкәтләнә, үпкә яҡшы эшләй башлай, капиллярҙар уяна, йөрәккә ҡан тиҙерәк барып етә. Хатта ҡулдар алмашлап эшләгәнлектән, баш мейеһе лә эшкә егелә. Шуға күрә, скандинавса атлаусылар клубы составына инергә рәхим итегеҙ!

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас