Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
8 Октября 2021, 10:37

Оло рухлы шәхес ине...

Һүҙебеҙ тормошҡа сикһеҙ ғашиҡ, йәшәүҙе ҡайнар һөйгән, илгә, халыҡҡа күберәк хеҙмәт күрһәтеү уйы менән янып йәшәгән Фазыл Һибәтулла улы Әминев тураһында булыр...

Добавить в предпочтительные источники Google
Асыҡ сығанаҡтарҙанАсыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

Һүҙебеҙ тормошҡа сикһеҙ ғашиҡ, йәшәүҙе ҡайнар һөйгән, илгә, халыҡҡа күберәк хеҙмәт күрһәтеү уйы менән янып йәшәгән Фазыл Һибәтулла улы Әминев тураһында булыр...

     Тормошта үҙ юлын табып, ғүмерен бер һөнәргә бағышлаған кешеләрҙе бәхетле тип атарға мөмкин. Сөнки улар үҙ эштәрен яратып, күңел биреп башҡаралар. Мәктәбебеҙ директоры Фазыл Һибәтулла  улы  нәҡ шундайҙарҙан булды. Ғәҙәти эшсенән ойошма етәксеһе дәрәжәһенә күтәрелгән һәм күп йылдар тормоштағы ҡатмарлы ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, ҡаршылыҡтарға бирешмәгән етәксене районыбыҙҙа, хатта республикабыҙҙа беләләр, хөрмәт итәләр. Ул игелекле етәксе, оҫта ойоштороусы ине.

Фазыл Һибәтулла улы 1945 йылда Ҡыҫынды ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Ҡыҫынды башланғыс  мәктәбендә белем ала, артабан 1956  йылда Зәйет  тулы булмаған урта мәктәбенә килә. Уны 1960 йылда тамамлай. 1974 йылға тиклем Әҡсән ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәренә уҡый. 1969-1985 йылдарҙа Ҡыҙыл Еҙем хужалығында механизатор-зоотехник булып эшләй. 1985 йылда Зәйет мәктәбендә биология һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып тир түгә.  Шунан һуң оҙон-оҙаҡ уйлап тормайынса, Бөрө педагогия институтының биология бүлегенә уҡырға инә. Уны 1992 йылда тамамлағас, Ҡыҫынды тулы булмаған урта мәктәбенә  ҡайта. Тора-бара тырышлығын, намыҫлылығын, оҫталығын күреп,  уны мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр.

      Шул көндән башлап ул иртәнән кискә ҡәҙәр эштә була.  Фазыл Һибәтулла улы 29 кешенән торған мәктәп коллективын етәкләй. Унда  замана менән бергә атлай торған мөғәллимдәр белем һәм тәрбиә бирә. Күбеһе менән ул инде күп йылдар буйы бергә эшләгән. Араларында үҙе уҡытҡан уҡыусылар ҙа була.

Дәрәжәле вазифаһына ҡарамаҫтан, ул бик тыйнаҡ кеше. Фазыл ағай эшендә–ғәҙел, намыҫлы, оҫта етәксе, өйөндә лә  уңған ир, яҡшы атай була. Беҙ  уның һәләтенә, шул уҡ ваҡытта ғәҙәтилегенә һоҡланып туя алмай инек. Ә сәхнәгә күтәрелһә, ул ысын мәғәнәһендә артист. Матур итеп йырлай ҙа, кәрәк икән, образға кереп спектаклдә уйнай ала ине... Үҙенең мәктәбендәге йәш уҡытыусыларҙы ла һәр ваҡыт әүҙем тормош алып барырға өйрәтә торғайны... Хаҡлы ялға сыҡҡас та  абруйлы ветеран, оло ихтирам ҡаҙанып, ауыл тормошонда  ҡайнап йәшәне.

     Заман һулышы менән йәшәүе,  һәр бер яңылыҡты эш тәжрибәһе менән һынауы, хеҙмәттәштәренә үрнәк күрһәтеүе Фазыл Һибәтулла улының, әлбәттә, тынғыһыҙ холҡонан килде. Уның эш һөйөүсәнлегенә һоҡланмай мөмкин түгел ине. Балаларҙы яратҡан, улар менән уртаҡ тел тапҡан, эшкә бөтә күңелен биргән уҡытыусыны ата-әсәләр, коллектив үҙ итте. Сөнки ул һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, шат күңелле, оптимист булып ҡала белде.

Мәктәп етәксеһенән бик күп нәмә тора. Йүнәлешен дөрөҫ билдәләй алған, офоғы киң, фекере тәрән, ҡарашы заманса, үҙ өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләргә әҙер мәктәп етәкселәре генә район  мәғарифын лайыҡлы юғарылыҡҡа күтәрә. Тимәк, етәксебеҙ ошо эшләү  дәүерендә үҙ мәктәбе өсөн  йүнәлеште дөрөҫ һайланы,үҙенең ҡуйған маҡсаттарына иреште тип раҫлай алабыҙ. Сөнки мәктәбебеҙ ул эшләгән осорҙа районда алдынғылар рәтендә булды.

     Шуныһын да һис кенә лә икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин: Фазыл Һибәтулла улы  өсөн уҡытыусы – һөнәр генә, мауыҡҡан эш кенә түгел, уның өсөн уҡытыусы – барлыҡ тормошо. Балалар менән эшләү - уның бәхете. Уҡытыусы - ул иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе һәм балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе.  Ә ул тап ана шундай тәрбиәсе булды ла инде. Уҡыусылары өсөн генә түгел, үҙенең коллективының да ҙур тәрбиәсеһе, остазы булды.

     Ер йөҙөндә бер ни ҙә эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел. Ғүмере буйы тыуған халҡына хеҙмәт итеп, уларҙың белеме, тәрбиәһе өсөн көрәшкән һәр кемде беҙ тәрән ихтирам менән хәтерләргә, улар тураһында киләсәк быуынға еткерергә бурыслы. Хөрмәтле етәксебеҙ, остазыбыҙ, кәңәшсебеҙ Фазыл Һибәтулла улын да беҙҙең оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас