Инйәр
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
8 Октября 2021, 09:56

Эштәр һәр йүнәлештә бара

Орловка ауыл биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса рейттар даими уҙғарылып тора.

Асыҡ сығанаҡтарҙанАсыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

Орловка ауыл биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса рейттар даими уҙғарылып тора. Орловка, Андреевка, Николаевка, Карташевка, Аҡкүл ауылдарында һәр бер йортҡа инеп мейестәрҙең, электр йылытҡыстарҙың, янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙың төҙөклөктәре тикшерелә, белешмәләр таратыла. Яңғыҙ йәшәгәндәр, ололар һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә айырым иғтибар бүленә. Етешһеҙлектәр булғанда иҫкәртелә, уларҙы бөтөрөргә ваҡыт бирелә. Янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдарға килгәндә  ауыл биләмәһендә улар барлыҡ өйҙәргә лә ҡуйылған.

Төҙөкләндереү буйынса сараларҙа ла халыҡ әүҙем ҡатнаша. Аҙна һайын “Таҙалыҡ көнө”ндә, “Таҙа яр” акцияһына сығып тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыла. Әлеге мәлдә Аҡкүл ауылындағы зыярат кәртәләнә.

Ковид  инфекцияһын иҫкәртеү буйынса халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барыу дауам ителә.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас