Инйәр
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
21 Сентября 2021, 09:40

Йәрминкә — муллыҡ билдәһе

Абҙан ауылында “Көҙгө буяуҙар” тип аталған бик шәп йәрминкә уҙҙы.

Партнерлыҡ материалдар
Асыҡ сығанаҡтарҙанАсыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

Абҙан ауылында “Көҙгө буяуҙар” тип аталған бик шәп йәрминкә уҙҙы. Унда Яңы Ырныҡшы халҡы ла ҡатнашты.

Был көндө мәҙәниәт йорто алдында дәртле көйҙәр яңғырап, шау-гөр килеп торҙо. Кемдер тәмлекәстәр бешереп алып килгән, ә икенселәре ҡайнатма, емеш-еләк тәҡдим итте. Өҫтәлдәрҙә нимә генә юҡ: тоҙланған бәшмәк, йылға балығы,  бал, ҡорот, ҡаймаҡ, ихатала тоҡлап бәрәңгеһе, сөгөлдөр, кишер, хатта ҡара помидор ҙа булды.

Бер-ике сәғәттә һәр кем үҙҙәрен ысын сауҙагәр итеп тойоп, тауарын һатырға, табыш алырға тырышты.

Һатыу-алыуҙан тыш, йәшелсә, емештәрҙән яһалған матур күргәҙмәне лә ҡарау мөмкинлеге булды. Ҡауындан яһалған тырыз, ҡаҙ, ҡыяр, помидорҙан — йылмайликтар (смайлик), сысҡандар һәм башҡалар үҙҙәре менән һоҡландырып, күңелдәрҙе күтәрҙе.

Йәрминкәлә күп кеше ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар осһоҙ ҡуйылды. Һөҙөмтәлә, бөтә нимә һатылып бөттө. Берәүҙәр ҡышҡа запастар тупланы, кемдәрҙер ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырҙы.

Сара бөтәһенә лә бик оҡшаны, барыһы ла ҡәнәғәт булып таралыштылар.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас