

“Татарса диктант” акцияһы йыл һайын татар телен һөйгән, уның менән ҡыҙыҡһынған, яҙмышына битараф булмағандарҙы бергә йыя.
Уның маҡсаты — татар телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү, татар халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышыу, грамоталыҡты күтәреү, әҙәби татар телен өйрәнеү.
Үткән аҙна Рәсәйҙең бөтө субъекттарында татар телен яҡшы белеүҙе тикшергән “Татарса диктант” акцияһы үтте. Диктант менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Районыбыҙҙың Зәйет мәктәбе уҡыусылары ошо акцияла әүҙем ҡатнашты.
Диктант яҙған һәр кем махсус сертификат аласаҡ. Сараның ойоштороусылары — Бөтә донъя татар конгресы, Ҡазан (Иҙел буйы) федераль университеты, Бөтә донъя татар йәштәре форумы ағзалары, Татарстан Республикаһы дәүләт хакимиәте һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре.