

Ун туғыҙ йыл рәттән фестиваль республиканың йәштәр берекмәләре лидерҙарын йыя. Йыл һайын ул балалар һәм йәштәр берекмәләре тормошо һәм эшмәкәрлеге өсөн яңы тема аса.
Башҡортостанда “Өсөнсө мең йыллыҡ пионерҙары” регион-ара фестивале үтте. Был юлы ул Өфө ҡалаһының “Огонек” балалар лагеры базаһында ойошторолдо. Быйыл ул “Үҙемде һайлайым. Мин һәм фестиваль” темаһын яҡтыртты. Мәртәбәле йыйында районыбыҙҙың данын 2-се Архангел мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Мөхәмәтйәнова етәкселегендәге уҡыусылар командаһы яҡланы. Фәйрүзова Азалия, Шаһиева Айгизә, Баһауетдинова Айлина, Хәйретдинова Гөлнәзирә, Шәйхина Элина, Нәжметдинова Ангелина, Тажетдинова Гөлназ, Пленкина Яна тәүге көндәрҙән үк фестиваль программаһына әүҙем ҡушылды.
Биш көн дауамында төрлө төбәктәрҙән һәм Волга алды Федераль округы ҡалаларынан килгән балалар командаларға берләшеп, лидерлыҡ сифаттарын һәм ижади идеяларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙа үҙҙәрен һананы. Үҫмерҙәр көн һайын төрлө оҫталыҡ дәрестәренә, лекцияларға һәм һөнәри уйындарға йөрөнө. Белгестәр буласаҡ һөнәрҙе һайларға, үҙ киләсәгеңде проектларға, маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға ирешергә ярҙам итте.
“Өсөнсө мең йыллыҡ пионерҙары”нда белем алыу һәм күңел асыуҙан тыш, “Төнгө сталкерҙар” тигән мауыҡтырғыс уйын да тәҡдим ителде. Уның мәғәнәһе — төрлө ҡаршылыҡтар аша үтеп, теләктәр бүлмәһен табыу.
Ҡатнашыусылар бихисап ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле мәғлүмәт алды. Киске мәҙәни программалар ҙа барыһының күңеленә хуш килде. Ә йоҡо алдынан түңәрәккә йыйылған һәр кем үткән көн тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Фестиваль атмосфераһы ҡабатланмаҫ, барыһын да әүҙем ҡатнашыуға һәм ваҡытты онотолмаҫ итеп үткәреүгә ылыҡтырырлыҡ булды.
Һуңғы көндә балалар яңы дуҫтары менән оҙаҡ хушлашты, бәйләнеш юлдары менән алмашынды һәм әлбиттә, “Өсөнсө мең йыллыҡ пионерҙары”ның киләһе фестивалендә осрашырға һүҙ ҡуйышты. Әйткәндәй, беҙҙең команда ағзалары сертификатҡа лайыҡ булды.