Инйәр
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
21 Сентября 2021, 09:08

Ойошҡан үтте

Республикала Дәүләт Думаһына һайлау кампанияһына 14 сәйәси фирҡәнән (партия) 94 кандидат күрһәтелде.

Асыҡ сығанаҡтарҙанАсыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

Республикала Дәүләт Думаһына һайлау кампанияһына 14 сәйәси фирҡәнән (партия) 94 кандидат күрһәтелде. Бер мандатлы округтар буйынса 58 кандидат теркәлде. Дәүләт Думаһына һайлау, башҡа тауыш биреү һәм референдумдар 19 сентябргә тәғәйенләнде.

Эпидемиологик хәлгә бәйле, һайлау өс көн дауам итте. Һайлау участкалары 17, 18 сентябрҙә лә эшләне. Республикала һайлау барышын күҙәтеү буйынса йәмәғәт үҙәге булдырылды.

2021 йылдың 19 сентябрендәге һайлауҙа районыбыҙ халҡы әүҙем ҡатнашты. Тәүге көндә үк кешеләр  үҙҙәре теркәлгән урындарға барып, гражданлыҡ бурыстарын дәррәү үтәне.  Дәүләт кимәлендәге сара етди  ойошҡан үтте. Һайлау участкалары урынлашҡан биналар тейешле талаптарға яуап бирҙе. Ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәүгә айырым иғтибар бүленде.

Район биләмәһендә һайлауҙа бөтәһе 12631 граждан ҡатнашты, был  һайлаусылар исемлегенә индерелгәндәрҙең 85, 43 процентын тәшкил итте.  

Архангел районы территориаль һайлау комиссияһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас