Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
21 Сентября 2021, 09:28

Ҡош киҙеүе хәүефле

Ведомство-ара комиссия ултырышында районда ҡош киҙеүенең таралыуына юл ҡуймау, ауыл хужалығы ҡоштарының башҡа йоғошло ауырыуҙарын юҡ итеү тураһында һүҙ барҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Район хакимиәте сайтынанРайон хакимиәте сайтынан
Фото:Район хакимиәте сайтынан

Ведомство-ара комиссия ултырышында районда  ҡош киҙеүенең таралыуына юл ҡуймау, ауыл хужалығы ҡоштарының башҡа йоғошло ауырыуҙарын юҡ итеү тураһында һүҙ барҙы.

Сарала район хакимиәте урынбаҫары, комиссия рәйесе Азамат Нарбутин, район ветеринар станцияһы начальнигы Венер Хажиәхмәтов һәм башҡалар ҡатнашты.

В. Хажиәхмәтов сығышында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы, шул иҫәптән беҙҙең район биләмәһендәге эпизоотик хәлгә дөйөм күҙәтеү яһаны. Башҡарылған һәм планлаштырылған иҫкәртеү саралары хаҡында ла һөйләне.

— Ҡош ҡиҙеүе — йорт һәм ҡырағай ҡоштарҙың аш эшкәртеү, тын алыу органдарын зарарлап, уларҙы күпләп үлтереүсе киҫкен йоғошло ауырыу ул. Сирле йорт ҡоштарында тәбиғи булмаған ҡылыҡ күҙәтелә: хәрәкәттәре үҙгәрә (башын борғолай, муйыны ҡыйшая), ҡыуыу-саҡырыуҙы бар тип тә белмәй, йомортҡа һалыу ҡырҡа кәмей, ашамай, хәлһеҙләнә, эсе китә, ауыр итеп тын ала, тартыша, йүткерә, сөскөрә, танау тишектәренән ҡан килә, йөндәре тырпая. Тауыҡтарҙың кикереге һәм һаҡалы шешенеп, күгәрә. Ҡош киҙеүен таратыусы сығанаҡ — сирле ҡош һәм уның тәбиғи хәжәте.

Әгәр “ҡош киҙеүе” диагнозы лаборатория шарттарында раҫланһа, барлыҡ ауылдағы ҡош-ҡорт юҡ ителә, биләмәлә карантин иғлан ителә, ҡоролмалар дезинфекциялана.

Шуға күрә был сирҙе урында булдырмаҫ өсөн тәғәйенләнгән сараларҙы теүәл һәм үҙ ваҡытында үтәү зарур.

Ҡош-ҡортта йоғошло ауырыу билдәләре күренһә йәки быға шик тыуһа, ҡоштар күпләп үлһә, ҡош-ҡорт һәм ҡошсолоҡ продукцияһы, ем менән санкцияланмаған сауҙа итеү осраҡтары булһа, тиҙ арала ветеринар хеҙмәткә мөрәжәғәт итергә, — тип, докладын тамамланы ул.

Сара һуңында белгестәр һорауҙарға яуап, урынлы кәңәштәр  бирҙе.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас