

“Милләттәр кросы” — Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә иң күмәк спорт сараһы, был 1-12 саҡрым арауыҡҡа уҙыш. Ул 2004 йылдан ике этапта уҙғарыла. Ярыштарҙың беренсе этабы Рәсәй төбәктәрендә сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе уҙғарыла.
Бөтә Рәсәй спорт сараһы балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм барса халыҡты физик культура менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты пропагандалау, күп кеше ҡатнашлығында үткән физкультура-спорт ярыштарын ойоштороу формаларын камиллаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Был юлы йүгереүҙә байтаҡ кеше ҡатнашты. Улар араһында төрлө ойошма, учреждение коллективтары, ауыл биләмәләре вәкилдәре, Ауырғазы күп профилле колледждың Архангел филиалы студенттары, мәктәп уҡыусылары, йәштәр һәм ябай спорт һөйөүселәр булды.
Сара башында спортсыларҙы йәштәр эше, спорт һәм физик культура комитеты рәйесе Алевтина Тиунова сәләмләп, еңеү һәм күңелле көн теләне. Еңел атлетсылар йәш буйынса төркөмдәргә бүленеп 500 м, 1500 км, 2000 км, 2500 км һәм 12000 км араға ярышты. Финиш һыҙығында уларҙы әүҙем көйәрмәндәр ҡаршы алды. Беренсе килгәндәргә маҡтау грамоталары һәм миҙалдар тапшырылды. Әйткәндәй, сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла йүгереү буйынса “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) нормативтарын тапшырҙы.