

“Әкиәт” балалар баҡсаһында иҫтәлекле көндәргә, байрамдарға ҙур иғтибар бирелә. Кескәйҙәр ҙә күңелле сараларҙы бигерәк ярата. Йырға, бейеүгә, һүрәт төшөрөргә маһир ҡыҙҙар һәм малайҙар уларҙа әүҙем ҡатнаша.
Милли кейем көнөн дә тәрбиәләнеүселәребеҙ көтөп алды. Иртән үк төрлө халыҡ кейемдәрен кейеп килгән сабыйҙар эргәһендә башҡалары йыйылып, матур биҙәүестәрҙе, өҫ кейемдәрендәге биҙәктәрҙе тотоп ҡараны, ҡыҙыҡһынып иптәштәрен һорауҙарға күмде.
Байрам күңелле һәм фәһемле үтте. Көн дауамында тәрбиәселәр һәр төркөмдә милли костюмдарға арналған дәрестәр, һүрәттәр конкурсы уҙғарҙы, халыҡ уйындары уйналды. “Аҡбуҙат” төркөмө бигерәк айырылып торҙо. Улар башҡаларға үҙ һәләттәрен, белемдәрен күрһәтте.
Балалар баҡсаһында бер нисә йыл башҡорт милли мөйөшө эшмәкәрлек итә. Балалар унда тарихи ҡомартҡылар менән танышты.
Милли кейем көнө уңайынан ойошторолған сағыу саралар аша, Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренә, уларҙың кейемдәренә, биҙәктәренә ихтирамлы ҡараш тәрбиәләп, төрлө милләттең мәҙәниәтенә, уларҙың йолаларына, ауыҙ-тел ижадына һөйөү һәм тыуған ил менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләнде.