Инйәр
+19 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
17 Сентября 2021, 07:08

"Максимдар" дәррәү ҡатнаша

17 сентябрҙә, Рәсәйҙә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау буйынса тауыш биреү башланды.

Дилара БадретдиноваДилара Бадретдинова
Фото:Дилара Бадретдинова

17 сентябрҙә, Рәсәйҙә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау буйынса тауыш биреү башланды. Башҡортостанда иртәнге 8.00 сәғәттә барлыҡ һайлау участкалары ла үҙ ишеген асты. Республикала 3 403 һайлау участкаһы эшләй. Улар шулай уҡ дауаханаларҙа, һаҡ аҫтында тотоу урындарында, шифаханаларҙа, вокзалдарҙа, ҡарттар йорттарында асылды.

Билдәле булыуынса, һайлауҙар өс көн дауамында – 17, 18 һәм 19 сентябрҙә үтә.

Максим Горький мәктәбе бинаһында урынлашҡан һайлау участкаһына беренсе сәғәттәрҙә үк кеше  күпләп килә башланы. Ауыл халҡы киләсәккә яҡты өмөт, ышаныс бағлап ҡулдарына бюллетендәр алды.

Тауыш биреү яҡшы ойошторолған. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, социаль дистанция етди күҙәтелә. Көн дауамында күңелле музыка уйнап, барыһында ла байрам кәйефе тыуҙыра. “Максимдар” дәүләт кимәлендәге сарала дәррәү ҡатнаша.

Нур Бәширов, Максим Горький мәктәбе уҡытыусыһы:

— Бындай етди сараларҙан бер ҙә ҡалған юҡ. Һайлауҙа ҡатнашыу — һәр кемдең гражданлыҡ бурысы. Һәр хәлдә лә мин ғәҙел һайлауҙар яҡлы. Ауылдаштарымдың донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, иртә менән участкаға ашығыуҙары һйөндөрә.

Әхәт Рәхмәтуллин, Максим Горький ауылы, хаҡлы ялда:

— Көн болотло булһа ла, яҡшы кәйеф менән килдем әле. Һуңғы ваҡытта төрлө ҡыйынлыҡтар тыуып тора. Илебеҙҙә тыныслыҡ, муллыҡ булһын, тип теләйем.

Партиялар күп, тик беҙгә уларҙың һаны түгел, ә сифатлы, һөҙөмтәле эшләгәндәре кәрәк. Иң яҡшыһы еңер һәм ябай халыҡтың өмөттәрен аҡлар, тип ышанам.

Фая Кинйәбулатова, “Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йорто хеҙмәткәре:

— Балалар, ейән-ейәнсәрҙәрҙең киләсәге матур, йәштәргә эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡтары булһын, тип, ә иң мөһиме, имен тормош теләп килдем бөгөн.

Өйҙә 82 йәшлек ҡәйнәм Дауытова Таһира Йәғәфәр ҡыҙы: “Һайлау комиссияһы ағзалары минең турала онотмаһындар, әйт, килһендәр!” — тип көтөп ҡалды, хатта.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас