

Сәләмәтлеге буйынса һайлау участкаһына килә алмаған граждандар участка һайлау комиссияһына өйҙә тауыш биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә ала.
Һайлау комиссияһында хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн 9 сентябрҙән 19-ына тиклем төшкө сәғәт 2-нән дә һуңға ҡалмайынса өйҙә тауыш бирергә теләүегеҙ тураһында участка һайлау комиссияһына тейешле ғариза ебәрергә йәки шылтыратырға кәрәк. Яҙылған ғаризағыҙ йәки телдән мөрәжәғәтегеҙҙе участка һайлау комиссияһына туғандар, күршеләрегеҙ аша тапшырырға мөмкин.
Өйҙә тауыш биреү һайлаусының участка комиссияһына тапшырылған ғаризаһы йәки телдән мөрәжәғәте булғанда ғына үткәрелә. Әгәр мөрәжәғәт участка һайлау комиссияһына телдән тапшырылһа, комиссия ағзалары һайлаусының өйөнә килгәндә унан өйҙә тауыш биреү тураһында ғариза яҙҙыра. Һайлаусының ризалығы йәки уның үтенесе менән ғаризала күрһәтелергә тейешле мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙға башҡа кеше, мәҫәлән, һайлаусының туғаны яҙа ала. Ләкин һайлау бюллетене алыуы тураһында һайлаусы ғаризала шәхсән үҙе ҡул ҡуя.
Һайлау комиссияһы үҙенең ултырышында һайлаусының һайлау пунктына килә алмау сәбәбенең ыңғай булмауын иҡраҡ итергә һәм ошо нигеҙҙә өйҙә һайлауға рөхсәт бирмәҫкә лә хоҡуҡлы.
Өйҙә 2021 йылдың 17, 18 һәм 19 сентябрҙәрендә һайларға мөмкин.
Коронавирус инфекцияһының таралыуы сәбәпле өйҙә һайлау хәүефһеҙлек сараларын етди күҙәтеп башҡарыла. Һайлаусының йортона килгән комиссия ағзалары шәхси һаҡланыу саралары — битлек, бирсәткә һәм антисептиктар менән тәьмин ителә. Улар үҙҙәре менән шулай уҡ бюллетендәр, ғариза бланкы, битлек, бер тапҡыр ҡулланыла торған бирсәткә һәм ручка аласаҡтар. Был йыйылма һайлаусыға бәйләнешһеҙ юл менән тапшырыла, мәҫәлән, ишек тотҡаһына эленә. Комиссия ағзалары, йәки һайлау мәлендә ҡатнашҡан башҡа кешеләр (күҙәтеүселәр, хәбәрселәр) йортҡа йәки фатирға инмәй.
Бюллетенды алыр өсөн һайлаусы комиссия ағзаларының ҡулына тоттормайынса ғына шәхесте танытҡан документтың биттәрен асып күрһәтергә бурыслы. Һайлау тамамланғас граждан бюллетенды күсмә ҡумтаға төшөрә. Бюллетень алыу тураһындағы ғариза икенсе айырым ҡумтаға һалына.
Һайлауға бәйле һорауҙарығыҙ менән һайлау комиссияһына 8(34774)2-10-21 телефон номерына шылтыратып, ә 2021 йылдың 8 сентябренән йәшәгән урын буйынса участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә була.