

Мәктәп – ул һәр кем өсөн серле донья, унда балалар яңы белемдәр, яңы асыштар, яңы үрҙәр яуларға килә.
Быйыл Белем көнө салт аяҙ көнгә тура килде. Иртә таңдан Зәйет урамы буйлап ҡулдарына матур гөлләмә тотҡан, арҡаларына портфелдәр аҫҡан уҡыусылар тыуған мәктәптәренә ашыҡты. Өлкән кластар белем усағына ҡыйыу йүнәлһә, кескәйҙәр ата-әсәләренең, ағай һәм апайҙарының ҡулдарына тотоноп, оло тулҡынланыу кисерә-кисерә яңы тормош тупһаһы аша атланы.
Быйыл Зәйет туғыҙ йыллыҡ мәктәбе барлығы 26 уҡыусыға үҙ ишектәрен асты. Башланғыс кластарҙа йәмғеһе 8 бала, 1-се класта бер сабый. Мәктәп тулыһынса яңы уҡыу йылына әҙер. Буяу еҫтәре аңҡып торған таҙа, иркен уҡыу бүлмәләре ҡыҙ һәм малайҙарҙы көтөп тора.
Билдәләнгән ваҡытҡа майҙанға ата-әсәләр, ололар, саҡырылған ҡунаҡтар, уҡыусылар һәм уҡытыусылар йыйылды. Байрамды тантаналы рәүештә асыҡ тип иғлан иткәс, һүҙ мәктәп директоры Сәриә Рамазановаға бирелде. Ул барыһын да Белем көнө менән тәбрик итте. Һаулыҡ, ижади уңыш, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүҙе теләне.
Балаларҙы 1 сентябрь менән район Советы депутаты Венер Хәжиәхмәтов һәм район хакимиәтенең хоҡуҡ бүлеге начальнигы Илдар Фәхретдинов та ҡотланы. Ҡунаҡтар 1-се класс уҡыусыһына файҙалы бүләктәр тапшырҙы. Мәктәп коллективы ла уларға ҡушылды.
“Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса Зәйет мәктәбендә хеҙмәт юлын башлаған инглиз теле уҡытыусыһы Рита Әбделмәноваға ла изге теләктәр еткерелде.
Белем көнө матур һәм ойошҡан уҙҙы. Яңы уҡыу йылы ла бөгөнгө көн кеүек яҡты, нурлы һәм уңышлы булыр тип ышанғы килә.